+24 °С
Дождь


Яңы йылды нисек ҡаршы алаһың, йыл шулай үтә, тиҙәр. Шулай булһа, Табылды ауылы өсөн бик шәп йыл килмәксе.
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ауылда саралар уҙып ҡына тора. Яңыраҡ бергәләп Ҡышҡы һабантуй ойошторған ауыл халҡы. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, бәйгеләрҙә ҡатнашып, гармун моңдарына бейеп күңел асҡан.
Ҡоймаҡ менән мәтрүшкәле самауыр сәйе эскәс, көндөң һыуыҡлығы ла һиҙелмәгән. Афарин, табылдылар!