+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
25 Января , 05:15

Ҡышҡы селлә

Әлеге ваҡытта ҡышҡы селлә бара. Нимә икән ул селлә? Ҡасан була? Ни өсөн селлә ваҡытында никах уҡырға ярамай, тип әйтәләр?

Ҡышҡы селләҠышҡы селлә
Ҡышҡы селлә

Селлә - фарсы теленән . چله (čilla, čelle) «ҡырҡ» тигәнде аңлата. Йылдың иң эҫе йәки иң һыуыҡ ваҡыты. Ул ҡырҡ көн бара. Йәйге селлә 25 июндән 5 авгусҡа тиклем, ҡышҡы селлә 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, Ҡышҡы Нардуған байрамы ҡышҡы селләнең (25 декабрҙән 5 февралгә тиклем) беренсе аҙнаһына тура килгән. Шуға күрәлер инде, Нардуған уйындарының төп геройы Селлә бабай – хәҙергесә Ҡыш бабай булған.
Ә йәйге селлә йәйге Нардуған байрамының тәүге аҙнаһына тап килгән .

Әммә шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем - иҫкесә селлә, 8 ғинуарҙан 18 февралгә тиклем - яңыса.

❗Селләлә тыйыуҙар ҙа булған. Селләлә әйттерергә, никах уҡырға, ҡыҙ оҙатырға, килен төшөрөргә ярамай тигәндәр.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас