+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
21 Февраля , 04:30

Ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында

Ауылда фельдшер иң хөрмәтле кеше. Сөнки ул балаларҙың да, өлкәндәрҙең һаулыҡ һағында тора, ярҙам һорап уға ашығалар. Бөгөнгә мәҡәләбеҙ - Первомайский ауылы фельдшеры Фәнүзә Йәминова хаҡында.

Ауыл халҡы сәләмәтлеге һағындаАуыл халҡы сәләмәтлеге һағында
Ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында

 

 

Фәнүзә был һөнәрҙе йөрәк ҡушыуы буйынса һайлай. Ул Табылды ауылында күп балалы Мәжитовтар ғаиләһендә үҫә. Атаһы Фәрит Ғәйнулла улы урындағы хужалыҡта водитель,  әсәһе Тәслимә Бәхтийәр ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләй. Бәләкәй саҡта Фәнүзә әсәһе эргәһенә барып, уның аҡ халат кейеп, уколдар яһағанын, өй һайын йөрөп кешеләрҙең һаулығын белешкәнен күреп үҫә. Ауыл халҡы сирлеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәте, үҙ эшен күңел һалып башҡарғанын өсөн Тәслимә Бәхтийәр ҡыҙын хөрмәт итә. Ҡыҙ шул саҡта: “Үҫкәс мин дә, әсәйем кеүек, кешеләрҙе дауалайым”, - тип ҡарар итә. Һәм хыялы тормошҡа аша. Табылды мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлағас, Салауат медицина училищеһына барып фельдшер белгеслегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып әсәһе эргәһендә эшләп, өс йыл тәжрибә туплай.

Артабан йәш ҡыҙ мөхәббәтен осрата һәм Ҡуғанаҡбаш ауылынан Ғайса менән ғаилә ҡоралар. Егет “Райсельхозтехника” ла водитель булып эшләгәс, йәштәр Первомайский ауылында төпләнә. Фәнүзә урындағы фельшер-акушерлыҡ пунктына эшкә урынлаша.

-Ул йылдарҙа эшселәр ҡасабаһында меңдән ашыу кеше йәшәй ине, - тип иҫкә ла әңгәмәсем. - Беҙ фельдшер Әлфиә Хисмәтуллина менән ауыл халҡының һаулығы һағында торҙоҡ. Кәрәк саҡта ашығыс ярҙам күрһәттек, балаларҙың һаулығын даими тикшерҙек, профилактик привикалар яһаныҡ, йәш ата-әсәләргә сабыйҙарҙы ҡарау буйынса кәңәштәр бирҙек, саҡырыуҙарға йөрөнөк.

Ваҡытында тейешле ярҙам күрһәткәне өсөн фельдшер Фәнүзә Йәминова күп рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Быйыл Фәнүзәнең халыҡ һаулығы һағында тороуына 44 йыл. Әлеге ваҡытта ул акушерка Миләүшә Садиҡова менән Первомайский һәм Мәҡсүт ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Ошо ике ауылда барлығы 800гә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 158е балалар. Медицина хеҙмәткәрҙәре фельдшер эше стандарты буйынса эшләй – ауырыуҙарҙы амбулатор ҡабул итә, табип ҡушыуы буйынса инъекциялар яһай, кәрәк саҡта ЭКГ төшөрә, табипҡа консультацияға йүнәлтә, дауаханаға барып дауаланырға кәңәш итә, льготалы дарыуҙарға электрон рецептар яҙа, вакцинация яһай. Бынан тыш, һауа шарттарының ниндәй, тәүлектең ҡайһы ваҡытта булыуына ҡарамаҫтан, саҡырыуҙарға йөрөй. Ауыл халҡының, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеге ҡаҡшаған, әммә Фәнүзә һәр кемгә иғтибарлы, сабыр һәм үҙ эшен тейешле кимәлдә башҡара. Ауырыуҙарҙы иғтибарлап тыңлай, кәңәштәр бирә, шуға ла уны хөрмәт итәләр, яраталар.

- Беҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡ йылдар иҫке генә бинала урынлашҡайны. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса беҙгә яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөп, 2024 йылдың декабрендә асҡас, беҙ бик шатландыҡ. Хәҙер был заманса бинала тейешле ҡоролмалар, Интернет менән эшләү бик уңайлы, - тигән шатлығы менән уртаҡлашты Фәнүзә Фәрит ҡыҙы һәм ауыл халҡы исеменән Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә рәхмәттәрен белдерҙе. Бина мәктәп эргәһендә урынлашҡан. Ауыл фельдшеры даими рәүештә мәктәп уҡыусылары һәм педагогик коллектив менән профилактик әңгәмәләр үткәрә. Шуға ла уны балалар ярата, ауыл халҡы хөрмәт итә. Һәм был фельдшер өсөн ҙур баһа. Фәнүзә Фәрит ҡыҙының күп йыллыҡ хеҙмәте БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең маҡтау Грамоталары менән билдәләнгән.

Фәнүзә Фәрит ҡыҙы – һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ғайса Ғилметдин улы менән иркен өй һалалар, өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Йәминовтарҙың йорто күп һанлы туғандары һәм дуҫтары өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Хәҙер улар дүрт тапҡыр олатай һәм өләсәй. Әйткәндәй, Фәнүзә бер нисә йыл ауырыу әсәһен һәм ҡәйнәһен ҡарай. Уларҙы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаталар.

Гәзит уҡыусылар исеменән Фәнүзә Фәрит ҡыҙын, шулай уҡ хеҙмәттәштәрен Фельдшер көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек, үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото ғаилә альбомынан.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас