Динебеҙҙә ауыҙ асыу йәки ифтар ҡылыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. Бер хәҙистә: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер» тиелә.
Ошо көндәрҙә Түбәнге Аллағыуат ауылында махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткәндәрҙең яҡындары өсөн ифтар ашы ойошторҙолар. Рамаҙан айында башҡарылған изге эштәрҙең мөһимлеген бәйән итеп, Ҡөрьән кәримдән сүрәләр уҡып, ир-егеттәребеҙҙең Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылалар.
Аш-һыу оҫталары Гөлфира Ҡолһарина, Зифа Ҡолһарина, Рәзилә Моратова, Гөлсинә Ғафарова, Светлана Тимербаева, Эльвира Ишсарина мул табын әҙерләп, аралаштылар. Йыйылыусылар ил-көнгә тыныслыҡ, имен тормош, хәйерле көндәр теләп, изге урында ошо сауаплы ғәмәлде ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерҙе.