+3 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
Общие статьи
5 Марта , 14:44

Изге доғалар ҡабул булһын!

Изге Рамазан айының яртыһы ла үтеп китте. Әлхәмдүлләһ, районда ураҙа тотоусылар һаны йылдан - йыл арта. Был бик һөйөнөслө, әлбиттә! Ауылдарҙа ифтар аштары үткәрелеүе лә ҙур ҡыуаныс. Ифтар ашын үткәреү һәр кемгә зарур. Үҙе ураҙа тотмаған кеше ураҙала булған кешегә ауыҙ астырһа, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәләнең шуның өсөн ризалығы һәм әжере булыр.

Изге доғалар ҡабул булһын!
Изге доғалар ҡабул булһын!

Ошо көндәрҙә Иҫке Ҡалҡаш ауылында фермер Урал Булатов ауылдаштары өсөн “Ғәшиә” мәсетендә ифтар ашы ойошторған. Ауыл халҡы үҙҙәре лә буш килмәй. Барыһы ла йыйылғас доғалар, һуңынан Ахшам намаҙы уҡыла. Мул һыйлы табын артында улар аралашып, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәрен белдерәләр.
Барығыҙғала Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтең бирһен. Иншаллаһ, киләһе йылдарҙа ла Рамаҙан айын күреп, ураҙалар тоторға насип итһен.
 
Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас