+24 °С
Ясно
ВКОК
Общие статьи
20 Марта , 06:35

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Бөгөн мосолмандар ислам диненең иң төп байрамдарының береһе - Ураҙа Ғәйетен билдәләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратына ҡараған Стәрлебаш мәсетендә лә шул уңайҙан байрамға байтаҡ халыҡ килде. Улар араһында балаларҙы ла күреү һөйөнөслө.

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!



Йыйылыусыларҙы Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ҡотланы. Имам- мөхтәсиб Зөфәр хәҙрәт Биктимеров вәғәз һөйләгәс, Ғәйет намаҙы уҡылды.
Аллаһ Тәғәлә тарафынан тотҡан ураҙаларыбыҙ, изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын!

Ғәйет байрамы райондың башҡа ауылдарында ла билдәләнде.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас