+6 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Общие статьи
17 Апреля , 04:55

Йома көнө мөбәрәк булһын!

Мосолмандың байрамдары йылына икәү генә, тип уйламағыҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә әһәмиәте буйынса Урәҙә һәм Ҡорбан ғәйеттәренән дә юғарыраҡ йома көндө аҙна һайын биреп тора. Уйлап ҡарағыҙ: бер йылда – 50-нән ашыу йома! Ә хәҙистәрҙең береһендә: “Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң яҡшыһы – йома...” — тиелгән. Ир затынан булған һәр мосолман был мөбәрәк көндә, мәсеткә барып, хөтбә тыңларға һәм йәмәғәт менән йома намаҙын уҡырға тейеш.

Йома көнө мөбәрәк булһын!Йома көнө мөбәрәк булһын!
Йома көнө мөбәрәк булһын!

Йома һайын беҙгә бик күп файҙа алып ҡалырға мөмкинлек бирелә. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, был көндә хөтбә тыңлар һәм бөтә йәмәғәт менән намаҙ уҡыр өсөн мәсеткә йыйылған мосолмандарға Аллаһ йортона табан атлаған һәр аҙымы (!) өсөн сауаптар яҙыла. Унда алданыраҡ килеү ҙә хәйерле — хатта дөйә ҡорбан иткәндәй сауап алырға була. Йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙың өҫтөнлөгө хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер.

Һәр йомала доғалар мотлаҡ ҡабул ителгән сәғәт бар. Шулай уҡ йома көндө “Әл-Кәһф” ("Мәмерйә") сүрәһен уҡыу – ифрат сауаплы эш. Йомала Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауатты күберәк әйтеү ҙә – бик ҙур файҙа. Бер хәҙистә әйтелеүенсә, әгәр кеше йома көндө йәки кесе йоманан йомаға ҡарай төндә үлеп ҡалһа, Аллаһ Тәғәлә уны ҡәбер ғазабынан ҡотҡарасаҡ.

Мосолмандарҙың йома һайын мәсеткә йәмәғәт намаҙына йыйылыуы – Ислам диненең мөһим күренеше һәм өлөшө ул. Күптәр биш намаҙға баҫмаҫ борон йомаларға йөрөй башлай бит, һәм ошо ваҡытта улар дин нигеҙҙәрен яҡшыраҡ аңлау өсөн төрлө темаға бағышланған хөтбәләр ишетеүгә, башҡа ҡәрҙәштәре менән танышып, кәңәштәр алыуға мохтаж.

Әбү Әхмәт хәҙрәт.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас