+17 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
25 Июня , 04:40

Ғәшүрә көнө тураһында

Ғәшүрә көнө — һижри календарҙың Мөхәррәм айының унынсы көнөнә тура килгән оло мөбәрәк көн. Быйыл ул 26 июнгә тура килә. Был көндә мосолмандарға сөннәт буйынса ураҙа тотоу, хәйер таратыу, яҡындарҙың хәлен белеү һәм изге эштәр ҡылыу хуплана. Ул үткән йылдағы гөнаһтарҙы юйыусы көн тип һанала. 

Төп ғәмәлдәр: Ураҙа тотоу: Мөхәммәт Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) был көндө, Ғәшүрәгә тиклем йәки һуң уның бер көнөн (Мөхәррәм айының 9-сы йәки 11-се көнөн) ҡушып, ике көн ураҙа тоторға ҡушҡан.

Хәйер-саҙаҡа: Яҡындарға һәм мохтаждарға ярҙам итеү, күстәнәс өләшеү сауаплы ғәмәлдәрҙән һанала. 

Тарихи әһәмиәт: Риүәәттәр буйынса, ошо көндә Нух пәйғәмбәрҙең карабы тауға туҡтаған, ә Муса  пәйғәмбәр фирғәүендәрҙән ҡотолоп, диңгеҙҙе киҫеп үткән. Сәхих Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ейәне Хөсәйендең шәһит киткән көнө булараҡ та билдәле.  

Автор:Райса Мусина
Читайте нас