"Урал батыр" эпосында әйтелгәнсә, кешенең холҡо ҡанына һалына һәм уны тота килеп кенә үҙгәртеп ебәреп булмай, ә зиһененә тейешле фекер һалынып ҡуйыла икән, ул барыбер ҡалҡып сыға һәм кеше үҙтәрбиә йәшенә еткәс, файҙаланыла. Уйланған саҡта: "Әсәйемме, атайыммы, йәки олатай - өләсәйме, башҡа өлкән кешеме шулай тип әйткәйне бит!" - тип, ҡасандыр әйтелгән аҡыллы, әммә әллә ни иғтибар ителмәгән һүҙҙәр ҡапыл зиһенен яҡтыртып ебәрә. Шуның өсөн балаң иғтибарһыҙ тыңлаймы, битарафмы - ҡиммәтле, һиммәтле, аҡыллы фекерҙәреңде әйтә барыу хәйерле.
Ә бала үҙ төҫө-ҡиәфәте менән генә түгел, үҙ холҡо менән дә тыуа. Уның булмышын ҡырҡа үҙгәртеп булмай, фәҡәт үҙ ҡалыбында ғына төҙәтмәләр индереп ебәрергә мөмкин. Шуның өсөн ғаиләләге балаларҙың да үҙ-ара мөнәсәбәттәре төрлө була. Халыҡтың тәрбиә ҡанундарын- да бының барыһы ла иҫәпкә алынған һәм ижадында, бигерәк тә мәҡәлдәрҙә һаҡлана.
Мәҫәлән, "Йән тартмаһа, ҡан тарта" мәҡәле. Һин туғаның менән уртаҡ телле, уртаҡ ҡарашлы түгелһең икән, һөйләшер һүҙең, уртаҡлашыр уй - хыялдарың юҡ икән, әлбиттә, йәнең тартылып тормаҫ. Әммә барыбер иң ауыр саҡтарҙа туғаныңдың булыуы яҡшы. Башҡаларға ситен тойолған ҡайғы-хәсрәтенде фәҡәт үҙ туғаның менән генә уртаҡлаша аласаҡһың. Шуға ла араларҙы бер ваҡытта ла һыуытмаҫҡа, араға һалҡынлыҡ индермәҫкә кәрәк. Уның өсөн атай-әсәй, бигерәк тә әсәй бала бәләкәй ваҡытта уҡ аҡыллы фекерҙәрен бала зиһененә һала бара. Улар алдына ултыртып, ҡуйынына алып яратҡан саҡта уҡ боронғоларҙан ҡалған матур - матур сағыштырыуҙар менән иркәләргә тейеш балаларын. "Биш бармағым кеүек бит һеҙ, ҡулдарымдағы бармаҡтарым кеүек бит һеҙ". "Өс таған кеүек өсөгөҙ бер-берегеҙгә терәк кенә булып үҫегеҙ". "Бер тамырҙан шытып сыҡҡан үҫентеләр кеүек бит һеҙ". "Үҫкән саҡта бер тамырҙан шытҡан гөл кеүекһегеҙ ҙә, үҫеп еткәс, ҡош балалары кеүек таралышып китерһегеҙ. Шул саҡта, аҙаҡ аҡыл ултырғас, иҫегеҙгә төшөп, Саҡ менән Суҡ кеүек бер-берегеҙҙе күргегеҙ килһә лә, яҡыная алмай, зарығышып йөрөрлөк булмаһын", тип риүәйәт тә һөйләп, балаларҙың үҙ-ара татыулығын юғалтмау сараһын күрергә кәрәк. "Аҙаҡ иҫегеҙгә төшөр, һуң булыр, шуның өсөн баштан уҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙҙе көйләй барығыҙ. Олоно оло, кесене кесе итә белегеҙ. Берегеҙ ҡыҙыу булһа, икенсегеҙ аҡыл һаҡлағыҙ. Утты ут менән һүндермәйҙәр, һыу һибәләр". "Ағай-эне талаша, атҡа менһә, яраша".
Ошондай ысулдар, һабаҡтар менән тәрбиәләгән беҙҙең атай - әсәйҙәр. Был бик мөһим, сөнки беҙҙе милләт итеп берләштереүсе лә, тотоп тороусы ла ер, тел һәм туғанлыҡ - үҙ-ара татыулыҡ. Бер туған балалар өсөн дә туғанлыҡ ҡиммәт тойғо, сөнки улар бер-береһенең таяу - таянысын тойоп йәшәйәсәк.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА. "Киске Өфө" гәзитенән.