-2 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Конкурсы
6 Апреля 2021, 09:35

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

Яҙ һәм гүзәллек бик яҡын төшөнсәләр. Тап гүзәл яҙ мәлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Стәрлетамаҡ гүзәле" матурлыҡ конкурсы ойошторола.

Хөрмәтле дуҫтар!
Ошо көндәрҙә “Стәрлетамаҡ гүзәле” матурлыҡ конкурсы сиктәрендә быйылғы “Ашҡаҙар гүзәле” лә билдәләнә. Конкурста яҡташыбыҙ, Ашҡаҙар һыуын эсеп үҫкән, Аллағыуат ауылынан Илүзә Бикташева ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, https://vk.com/club62246556?w=wall-62246556_22163 һылтанмаһы аша Илүзә һылыу өсөн тауыш бирәйек!
“Ашҡаҙар гүзәле” исеменә иң күп тауыш йыйған бәйгесе лайыҡ була һәм “Ашҡаҙар” гәзитенең махсус дипломы, “Милә” матурлыҡ салонына https://vk.com/milya_sugar_massage_str 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә! Еңеүсе генә түгел, быйыл һәр ҡатнашыусы ла бүләккә эйә буласаҡ! Ҡул эштәре оҫтаһы Резеда Вәхитова https://vk.com/id131919828, йырсы Ришат Хәмитов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе лә https://vk.com/tko_sterlitamak үҙенең бүләктәрен әҙерләп ҡуйған “Ашҡаҙар гүзәле – 2021” конкурсында ҡатнашыусыларға.
Тауыш биреү 7 апрель 15.00 сәғәттә автоматик рәүештә туҡтатыла.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: