+17 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Конкурсы
12 Ноября 2021, 12:00

Мөнәжәт моңо берләштергән бәйге

Ошо көндәрҙә элек-электән мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булып һаналған Стәрлебаш ауылы йыйҙы төбәк –ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы. Пандемия сәбәпле, быйыл ул онлайн-форматта үтте. Район мәҙәниәт йортонда сараны ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары ғына йыйылды, әммә заманса техника ярҙамында был сараны бөтә райондар ҙа ҡарай алды.

«Мөнәжәт» һүҙе – ғәрәп теленән алынған, ул яңғыҙлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеү, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү тигәнде аңлата. Шуға ла сара райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәттең фатихаһы менән башланды. Артабан һүҙ бәйгене ойоштороусыларҙың береһе – район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Флүр Әмир улы Шаһисолтановҡа бирелде. Ул ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:«халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булараҡ, быуаттар буйына быуындан быуынға күсә килеп һаҡланған, һирәк башҡарылған жанрҙы тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән был бәйге йылдан-йыл үҫешә, киңәйә,- тине. 2014 йылда нигеҙ һалынған ошо сара икенсе йылында уҡ төбәк-ара конкурс статусын алды. Халҡыбыҙҙың ошо йәдкәрҙәрен мәңгеләштереү өсөн «Иман нуры» мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһен үткәреү бик кәрәкле, матур сара», - тине ул һүҙен йомғаҡлап.

Артабан һүҙ баһалама комиссияһы рәйесе, сәсәниә, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәеваға бирелде.

- Мөнәжәт әйтеү – иман нығытыу, рух нығытыу, тәбиғәтте, күңелде таҙартыу ул. Ошо мөнәжәт байрамында моң-көй сығарып, ихлас күңелдән һүҙ әйткәндәргә рәхмәт, - тип белдерҙе Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы. –Хоҙай Тәғәләнән беҙгә бирелгән ҡаты һынауҙар мәлендә «Аллаһ Тәғәлә, беҙ һиңә зекер ҡылабыҙ, һынатмаҫҡа тырышабыҙ»,- тип, төрлө сырхауға дауа таба торған сара ул. Бер нисә быуат дауамында ошо изге Стәрлебаш ерендә нурланып торған мәсеттәрҙең мәсете, иң көслө муллаларыбыҙ ошонда иманды нығытған урында ер ҡото көсәйеп, ошо байрам республика байрамына әүерелһен ине, - тигән теләген белдерҙе сәсәниә.

Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, райондың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова үҙенең сығышында бәйгелә ҡатнашыусылар тураһында бәйән итте.

- Йылдан-йыл бәйгенең мәртәбәһе арта. Хәҙер ул төбәк-ара статусын алып, күберәк кешене йыя. Быйылғы бәйгелә республиканың 19 районы, өс ҡалаһынан һәм күрше Татарстан Республикаһынан төрлө йәштәге 120-нән артыҡ ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, урта йәштәгеләр, уҡыусы балалар ҡатнашып, нәсихәттәр, мөнәжәттәр рәүешендә илһамлы, иманлы һүҙҙәрен әйтте. Һәр сығыш ижади ҡараш менән айырылып торҙо, эҙләнеүҙәр, табыштар күренде, үҙенсәлекле импровизациялар булыуы ҡыуандырҙы. Мөнәжәт ижад итеп, иман нурын таратыусы авторҙарҙың күп булыуы ла һөйөндөрҙө. Быйыл жанрҙар төрлөлөгө лә һиҙелде. Оло йәштәге ағинәйҙәребеҙ бала саҡтан әсәй-өләсәйҙәре һөйләгән мөнәжәттәрҙе көйләп, уҡып, кинәндерҙе, - тине Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле композитор, музыкант, мөнәжәттәр башҡарыусы, йырсы Радик Динәхмәтов сараны ойошторусыларға рәхмәтен белдерҙе.

-Төрлө ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тәртибенә килтереп, бәйгене үткәрәһегеҙ. Бындай илаһи саралар дауам итһен. Нәсихәттәр әйтеүҙә лә үҫеш ҙур. Алдағы йылдарҙа ла йөрәктәребеҙҙә иман нуры балҡып торһон, - тигән теләктәрен белдерҙе.

Ысынлап та, тәрбиәләү, өгөтләү, аңлатыу ҡеүәһе бар мөнәжәттә. Шуға күрә лә ул халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында ислам дине индерелгән дәүерҙән бирле ижад ителә, яратып башҡарыла торған жанр булып йәшәй. Бындай бәйгеләрҙә генә түгел, ә башҡа сараларҙа һәм байрамдарҙа мөнәжәт Аллаһ һүҙен халыҡҡа еткереү-аңлатыу сараһы булып торһон ине. Хатта дин тыйылған һәм ҡыҫырыҡланған заманда ла өләсәйҙәребеҙ телендә мөнәжәт тирбәлгән, йәштәргә өгөт-нәсихәт биреү, иман тәрбиәләү юлы булып торған. Халҡыбыҙҙың быуындан быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижадында яңғыраған йырлы-моңло мөнәжәттәрҙе тыңлағанда күңел яҡтырып, йөрәктең иң нескә еренә барып етеп, юғары аңға тоташҡандай була. Бындай аһәңле көйлө сихри һүҙҙәр яңғырағанда тирә-яҡ нурға күмелә, күңел тыныслана. Ә мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһен ысын рәүештә иман байрамы тип әйтергә мөмкин.

Хәҙер ҡайһы бер мөнәжәттәргә туҡталайыҡ. Ихлас йөрәктән әйтелгән «Ҡөрьән китабы», «Салауат әйтәйек», «Тине Муса», «Аллаһ Тәгәләнең 99 исеме», «Лә иллаһи иллә Аллаһ", «Аллаһы Раббыбыҙҙы ололау һәм маҡтау» кеүек әҫәрҙәр күңелгә доға булып хәтергә уйылһа, «Эй, хоҙайым, ярлыҡай күр»,«Аллаһыма шөкөр ҡылам», «Аҡмулла нәсихәттәре», «Әсә хаҡы», «Өләсәйем нәсихәттәре», «Бәндәләргә мөрәжәғәт», «Яҡшылыҡҡа өндәүсе нәсихәт», «Әжәлдәргә дауалар юҡ» кеүек өгөт-нәсихәттәр тормош ҡуйған кәртәләрҙе үткәндә иң башта Аллаһҡа һәм үҙеңә ышан, ярҙам һорап башта Аллаһҡа һәм үҙеңә мөрәжәғәт ит, яңылыш аҙымдарың өсөн Аллаһ алдында тәүбә итеп, саф, таҙа күңел менән йәшәргә өйрәтә, бындай иман байрамдары. ихлас, сағыу һәм үҙенсәлекле сығыштары өсөн ҙур рәхмәт.

Бәйгенең тантаналы өлөшә лә килеп етте. Быйыл иң йәш мөнәжәт башҡарыусы - 15 йәшлек Айлина Яхина “Өмөт”, Илдар Фәттәхов “Иман һүҙен халыҡҡа еткереү», Мәмдүҙә Илбәкова «Халыҡ мираҫына тоғролоҡ», Әминә Батталова «Яҡшылыҡҡа өндәүсе мөнәжәтсе» һәм башҡалар төрлө номинацияларға эйә булдылар. Ә авторҙар араһында «Ҡөръән китабы» мөнәжәте өсөн Фәүзиә Ҡотлогилдина (Ғафури районы), «Заман зары» мөнәжәте өсөн Зөлфирә Булатова, шулай уҡ Гөлнас Моратова (икеһе лә Стәрлебаш районы), Мәмдүҙә Илбәкова (Сибай ҡалаһы), Наджия Гәрәева (Туймазы ҡалаһы), Рәүилә Әхмәтғәлиева (Баҡалы районы), Зөлфиә Ханнанова (Өфө ҡалаһы), Рәйлә Ҡалмурзина (Ишембай ҡалаһы), Мәмдүнә Зарипова (Асҡын районы), Илсиә Ҡасимоваларға (Учалы районы) Афариндар тип әйтергә кәрәк. Улар халҡыбыҙҙың рухи сығанаҡтарына үҙ әҫәрҙәрен өҫтәп, Аллаһ Тәғәлә биргән аҫыл бүләккә - йәшәүгә бөтмәҫ хөрмәт күрһәтә тип әйтергә кәрәк. Шулай уҡ оло йәштәге Тутыя Алсынбаева (Ейәнсура районы), Әнүәрә Мөхәмәтшина, Фатима Сатучина, Зифа Ҡолһарина, Люциә Байназарова (бөтәһе лә Стәрлебаш районы), Рауза Саҙретдинова (Мәләүез районы), Лилиә Шәйәхмәтова (Туймазы районы) һәм башҡалар халыҡ моңон еткергәндәре өсөн маҡтауға лайыҡ. Ансамблдәр араһында ла Ғафури районының Юлыҡ ауылы ағинәйҙәре, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы «Аҡ теләк» ағинәйҙәр фольклор коллективы,Балтас районының «Иман юлы» төркөмө, Стәрлебаш районының "Күндерәккәй" башҡорт халыҡ фольклор коллективы, Әбйәлил районының "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле, Белорет районы Шығай ауылынан да "Гөлнәзирә" төркөмө бер тауыштан зауыҡлы сығыш яһап, үҙ сығыштары менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Аҡһаҡалдар, ирҙәр ансамблдәре булыуы ла бәйгегә мәртәбә өҫтәне.

Мөнәжәт башҡарыусыларға алдағы ярыштарҙа иғтибар итергә кәрәкле теләк-тәҡдимдәр ҙә әйтелде был сарала. Мөнәжәттең үҙ моңо бар, уны башҡарғанда музыка ҡоралы ҡулланылмай, кейемгә иғтибар итергә, видеоларҙы асыҡ, сифатлы итеп яҙҙырыға кәрәк, тип билдәләнде.Тотош алғанда, бәйге шаҡтай етди, күренекле, уңышлы булды.

Эйе, халҡыбыҙ күңелендә ниндәй фәһемле хазиналар ята. Ихлас күңелле ағинәйҙәребеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, Аллаһ ҡушҡанса, тыйылғандарҙан тыйылып йәшәгәндә генә донъяларыбыҙға бәрәкәт килер, үҙебеҙҙең күп һорауҙарыбыҙға яуап табырбыҙ, тип ышанғы килә. Ә мөнәжәт башҡарыусыларға һәм шундай матур бәйгене ойоштороусыларға шундай аһәңле күңел һәм иман байрамы бүләк иткән өсөн Аллаһ Тәғәләнән сауаптар яуһын. Мөнәжәтселәрҙе киләсәктә матур эстәлекле, оло маҡсатлы ирекле һәм рухлы йыйындар көтһөн.

Мөнәжәт моңо берләштергән бәйге
Мөнәжәт моңо берләштергән бәйге
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: