+17 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Конкурсы
22 Ноября 2021, 10:10

"Алтын тирмә"лә - стәрлебаштар!

Ошо көндәрҙә беҙҙең районда "Иман нуры" төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһен йомғаҡлау сараһы үтте. Халҡыбыҙҙың элек-электән быуындан-быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижадында яңғыраған йырлы-моңло мөнәжәттәрҙе тыңлағандан һуң, был жанр менән ҡыҙыҡһыныусылар  арта бара.

"Алтын тирмә"лә  - стәрлебаштар!
"Алтын тирмә"лә - стәрлебаштар!

Үткән аҙнала Башҡортостан телевидинеһының "Алтын тирмә" тапшырыуы мөнәжәт башҡарыусыларҙы үҙ бәйгеһенә саҡырҙы. Унда Стәрлебаш һәм Ғафури райондары вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең райондан ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова, Ҡуғанаҡбаш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Зөлфирә Булатова һәм район-ара китапханаһынан Эльбина Ғиниәтуллина сығыш яһаны.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: