+9 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Культура
21 Декабря 2021, 14:00

Ҡышҡы Нардуған байрамдары башлана

Ҡышҡы мәлдең иң ҡыҫҡа көнө һәм иң оҙон төнөнән һуң төрки халыҡтары Нардуған байрамдары ойошторған. Шуға ла Нардуғанда ҡояш кешеләргә йөҙө менән борола, тиҙәр.

Ҡышҡы Нардуған байрамдары башлана
Ҡышҡы Нардуған байрамдары башлана

Нардуған - ҡояш тыуған көн. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ ҡояшҡа мөрәжәғәт иткән. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр. Ҡышҡы Нардуған бер аҙна дауам иткән.

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Хәҙер ҙә республикала ауылы халҡы ошо фольклор байрамын үткәрә. Унда, ғәҙәттә, олодар ҙа, балалар ҙа йыйыла.

Байрамда төрлө уйындар ойошторола, һынамыштар әйтелә. Бындай саралар беҙҙең йәшәйеште йәмлерәк, йәнлерәк итеп кенә ҡалмай, халыҡты берләштерә, шулай уҡ, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүҙә  ҙур роль уйнай. Нардуған байрамдарында именлектә ҡаршы алырға яҙһын!

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: