+13 °С
Ясно
ОКВК
Все новости
Люди села
8 Июля 2021, 10:30

Матур ғаилә - ил күрке

Һәр ауылда бер-береһен аңлап, матур йәшәгән ғаиләләр бар. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Һөйәрембәтовтар ғаиләһе лә ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө булып тора.

Зәйнулла Алсынбай улы менән Рәмзиә Шакир ҡыҙы бынан ярты быуат элек ғаилә ҡорған. Былтыр алтын юбилейҙары менән ҡотлап, Республика Башлығы исеменән һәм район хакимиәтенән уларға Ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырҙылар.
Был фото тап шул мәлдә төшөрөп алынған.
Бөгөн Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә бөтә ғаиләләрҙе ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайым бар дуҫтарымды

Был матур Байрам менән!

Яратып һәм яратылып

Йәшәгеҙ, дуҫтар, гелән!

Яратығыҙ,йәрегеҙҙе,

Ярат атай-әсәйҙе,

Ярат туған-тумасаны,

Ейән-ейәнсәрҙәрҙе!

Яратайыҡ апайҙарҙы,

Ҡәҙерле ағайҙарҙы,

Инәйҙәрҙе, бабайҙарҙы,

Ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы!

Кейәүҙәр, килендәребеҙ

Ҡыҙ, ул кеүек булһындар,

Улар ҙа һеҙҙең тарафтан

Һөйөү тойоп торһондар!

Яратайыҡ балаларҙы,

Бала - ғүмер дауамы,

Матур тәрбиә биргәнгә

Булыр бик ҙур һауабы!

Ғаиләлә хужа булһын

Тоғро һөйөү, Мөхәббәт!

Мөхәббәтте тойоп торһаң

Йәнеңә булыр рәхәт!

Һәр ғаилә тик үҙенсә

Ҡорһон Бәхет донъяһын,

Үҙҙәренең йәшәр өйөн,

Ҡотло ғына ояһын!

Тоғро булып Мөхәббәткә

Көтөп торһон Ҡартлығы,

Парлы ғүмерҙәр үтеүе-

Ул Ғаилә шатлығы!

Ҡотло булһын матур байрам

Һөйөү, Тоғролоҡ көнө!

Ер йөҙөн балҡытып торған

Иң матур Байрам бөгөн!

(Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ)
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: