+24 °С
Дождь
ВКОК
Люди села
3 Октября 2025, 06:00

Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләгән сығышыбыҙ ошондай эпизод менән башланды. ...Бер ғәмһеҙ уйнап йөрөгән биш йәшлек ҡыҙ самолет тауышы ишетә, һәм уның түбәнәйеп ниндәйҙер ҡағыҙҙар ташлауын күрә. Ҡыҙ шуларҙың бер нисәһен ҡулына ала ла, йүгереп өйгә ҡайта. Әммә бала ла, әсәһе лә уҡый белмәй. Күршелә генә йәшәгән уҡытыусы апайҙы саҡырып индерәләр. Ҡағыҙҙағы «Еңеү!» һүҙен ишетеү менән шатлыҡтан күҙҙәренә йәштәр эркелә. Ошо биш йәшлек ҡыҙыҡай, әлеге ваҡытта 85 йәшлек Миңнур Мөхәмәтйәнова (ҡәйнәм) Ибраҡай ауылында йәшәй.

1928 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар «Һуғыш осоро балалары» категорияһына инә. Ошо йылдар арауығында тыуған балаларҙан беҙҙең Ибраҡай ауылында һигеҙ генә кеше ҡалды. Улар: Венера менән Тимерхан Ғабдуллиндар, Фәйез Аллағолов, Зөбәйҙә Нәзирова, Фатима Сәфәрғәлиева, Флүрә менән Вәғиз Сабитовтар һәм Миңнур Мөхәмәтйәнова.
Миңнур 1940 йылда Мәҡсүт ауылында Хөсниямал менән Ғиниәт Ибраһимовтарҙың ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Һигеҙ бала булһа ла, һигеҙенсеһе генә иҫән ҡала, ул - минең бөгөнгө мәҡәлә геройым.
– Мәфтуха, Миңлегөл, Бибинур исемле апайҙарым, Тимерхан, Абдулла ағайҙарым бар ине. Улар барыһы ла 12-16 йәшкә еткәс, ангина ауырыуынан мәрхүм булды. Иң ауыры Мәфтуха апайым менән күрше Хәйҙәр тигән егетте ерләүҙәре хәтерҙә ҡалған, еткән егет-ҡыҙҙар өсөн бөтә халыҡ иланы, - тип иҫкә ала ҡәйнәм. – Мине, ныҡ булһын, үҫһен тип, яңы әйберҙәр, яңы таба биреп тәҙрә аша һатып алғандар. Һатыубикә тип исем бирергә булалар, ләкин күҙемдәге миңде күреп ҡалып, Миңленур тип ҡушалар.
Атаһы Ғиниәт Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында ятып ҡала. Әсәһе Хөсниямал Миңнур ҡыҙын эйәртеп, Ибраҡай ауылынан Әхмәт Рәжәповҡа кейәүгә сыға һәм 1946 йылда ошо ауылға күсеп киләләр. Әхмәтте Миңнур «атай» тип әйтә башлай, ләкин ул ҡаршы була, «ағай» тип әйтергә ҡуша. Шулай ҙа Миңнурға атай тип әйтеү бәхете йылмая. Тимерғәли, Миңлеғәли исемле ир туғандары тыуа, Бибинур исемле ҡыҙҙары тыуа ла үлә.
Миңнур Ҡалҡаш мәктәбендә алтынсы класты ғына тамамлай ала, сөнки ҡыҙ балаға уҡыу кәрәкмәй, тип һанай ата - әсәһе. Ҡалҡаш ауылынан килеп эшләп йөрөгән Арыҫланғолов Сәмерхан ағай китапханала эшләгән сағында балалар менән спектакль әҙерләй. Шул саҡта төп ролдәрҙе Ғәбделхаҡ Хөбөтдинов менән Миңнур Ибраһимова уйнай. Мортаҙа, Мәҡсүт, Ҡалҡаш ауылдарында йәйәү барып спектаклдәр ҡуйып йөрөйҙәр улар.
- Сәсеү ваҡытында бер тоҡ иген алып ҡайтҡаны өсөн атайымды төрмәгә ултырттылар. Инәйем уҡый-яҙа белмәгәс, мин атайыма инәйем исеменән хаттар яҙам. Атайым да уҡый-яҙа белмәй, ул да төрмәлә ултырған бер егеттән хат яҙҙыра икән. Шунан атайым әйткән: «Минең ҡыҙым бар, ҡайтҡас һиңә ҡыҙымды кейәүгә бирәм»- тигән. Ысынлап та, бергә ҡайттылар ҙа мине ошо бер ҙә күрмәгән кешегә кейәүгә бирергә уйлай. Мин ауылда инәйем яғынан ағай-эне булған Нәҡиә менән Муллаяр ағайҙарға барып, теге кеше ҡайтып киткәнсе уларҙа йәшәнем, - тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.
1956 йылда, 16 ғына йәшендә Миңнурҙы Хәлимә Яҡупованың берҙән-бер улы Дилүс Мөхәмәтйәнов урлап алып ҡайта. Шулай ҙа алдан яусы килеп иҫкәртеп ҡуя. Ә Дилүстең әсәһе, армиянан ҡайтҡас алырһың, тип әйтеп ҡарай. Әммә Дилүс ҡаршы була, мин армиянан ҡайтҡансы уны икенсе кеше урлар, ти. Шулай йәштәр матур ғына донъя ҡора, бер йыл үткәс туй үткәрәләр. Ике улдары тыуғас ире Дилүс армия сафтарында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Бер үҙем үҫтем, ныҡ ҡыйын булды, күмәк булһындар, бер-береһенә ярҙам итерҙәр, ти ире. Армиянан ҡайтҡас, тағы дүрт балалары тыуа. Шулай итеп алты бала - Мәжит, Фәрүәз, Илдус (Әсһәр), Бибинур, Рөстәм, Инсаф - бер ҡыҙ һәм биш малай үҫтерә улар. Әйткәндәй, биш улдары ла армия сафтарында хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәй.
Ләкин 1974 йылда тормош иптәше Дилүс донъя ҡуя. Был ваҡытта иң бәләкәй улына һигеҙ йәш була. Миңнур ҡәйнәһе Хәлимә Яҡупова менән илле йыл бергә татыу ғүмер итә. Ҡәйнәһе йорт эштәрен ҡараһа, Миңнур үҙе колхоз эшендә була: күпләп сөгөлдөр үҫтерә, быҙау ҡарай, колхозсыларға ашарға бешерә. Иң күп сөгөлдөр үҫтереүсе булғанға уны ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар.
- Ирем менән 18 йыл, ә ҡәйнәм менән 50 йылдан ашыу йәшәнек, - тип һүҙен дауам итә ул. - Балаларым үҫә торҙолар, эшләнеләр, донъя көттөләр.
Аталарының теләге тормошҡа аша. Улдарының барыһы ла өйләнешеп, бер-береһенә ярҙам итеп, бейек, матур йорттар һала, балалар үҫтерә, гөрләтеп йәшәй. Ләкин 1997 йылда Себер тарафтарында эшләп йөрөгән иң өлкән Мәжит улын үлтерәләр. Ялға ҡайтҡан ваҡытында ҡәйнәм курткаһының яғаһына ММД тип исем шәрифтәренең баш хәрефтәрен сигә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Себер телевидениеһында зәңгәр экрандарҙа ошо куртканы күрһәтәләр. Курткалағы сигелгән хәрефтәр буйынса уның кем икәнен дуҫтары таный һәм ауылға хәбәр итә. 2007 йылда өсөнсө улы Илдус, бер нисә йылдан һуң Гөлсинә килене мәрхүмә була. 2016 йылда Ибраҡай мәктәбе асылғандан алып хеҙмәт һәм физкультуранан уҡытҡан улы Рөстәм ҡаты ауырып китә, ике ай ҙа үтмәй донъя менән хушлаша. Бер йыл элек, заманында алдынғы комбайнсы исемен йөрөткән Фәрүәз ҡаты ауырып донъя ҡуя, ул ғына түгел килене Земфираны ла юғалта.
Ошо бөтә ҡайғы, ауырлыҡтар уның нескә иңдәренә төшә. Ләкин ул бирешмәй, тырышып донъя көтә. 80 йәшенә тиклем һарыҡтар, һыйыр аҫрай, ә әле тауыҡтары менән мәж килә. Ауылдағы Инсаф улына, ике килененә, Мәҡсүт ауылында йәшәгән ҡыҙына, алмаш-тилмәш ҡунаҡҡа йөрөй.
Быйыл ҡәйнәмдең 85 йәшлек юбилейы булып үтте. Байрамына ул барлыҡ балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйҙы. Уның 15 ейән-ейәнсәре (барыһы ла өйләнеп, кейәүгә сығып донъя көтә), 27 бүлә-бүләсәре бар. Уға барыбыҙ ҙа уға сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ
Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас