-12 °С
Снег
ВКОК80 лет Победы
Все новости
Люди села
22 Января , 10:20

Уңыштар юлдаш булһын!

Ауыл ерендә уҡытыусы, фельдшер булып эшләгәндәргә һәр саҡ хөрмәт менән ҡарайҙар, сөнки улар иң кәрәкле хеҙмәт эйәләре булып тора. Йәлембәт фельдшер-акушерлыҡ пунктына ингән һәр кемде фельдшер Рәйсә Искәндәр ҡыҙы асҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Һыҙлашып, көс-хәл менән килгән сирлеләр ҙә уны күргәс, еңеләйеп киткәндәй була. Бүлмәләрҙәге бөхтәлек, таҙалыҡ, төрлө-төрлө гөлдәр ҙә кешегә тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр.

Уңыштар юлдаш булһын!
Уңыштар юлдаш булһын!

 

Рәйсә Зөбәйерова беҙгә 2025 йылдың февраль айында эшкә килде. Ул Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Тыуған ауылында ун класты тамамлағас, Өфөлә медицина училищеһында уҡып, Мәләүез районының Нордовка ауылына йүнәлтелә. Унда участка дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгәс, Ергәнгә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә эшкә күсә. Эҫелә лә, һыуыҡта ла, бысраҡта ла, һауа торошоноң ниндәй булыуына һәр көн иртән үҙ автомобилендә эшкә ашыға. Ун ике йыл эшләү дәүерендә, төрлө хәл-ваҡиғаларға тарығанда ла ул юғалып ҡалмай. Етеҙлеге, сабырлығы, диагнозды дөрөҫ ҡуя белеүе уға һәр саҡ сирлегә ярҙам күрһәтергә, күп кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.

Тормош иптәше Миҙхәт менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Регина лә әсәһенең юлын һайлай. Ул Өфөлә табип - эксперт булып эшләй. Улдары Ринат алыҫ юлдарға йөрөүсе водитель. Рәйсә Искәндәр ҡыҙы хәстәрлекле әсәй, биш ейәненә һөйөклө өләсәй, туғандарына хөрмәтле апай ҙа, һеңле лә.

Ағаһы Вәкил Ильясов БР милли көрәш һәм  билбау көрәше буйынса Федерация рәйесе, спорт мастеры, С.Юлаев ордены кавалеры. Юнир Искәндәр улы ла көрәш буйынса спорт мастеры, БР милли көрәш һәм  билбау көрәше буйынса Федерацияһының башҡарма директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры. Апаһы Рәйфә БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, йырҙар ижад итә, шиғырҙар яҙа. Һеңлеһе Гүзәл Башҡортостан Республикаһының почетлы юрисы. Башҡортостанда Рәсәй грантын алып эшләүсе юридик коллективта эшләй, йыш ҡына телевидениенан ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм бушлай комплексы ярҙам алыу мәсьәләләре алыу буйынса сығыш яһай.

Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәнме Рәйсә Искәндәр ҡыҙы ябайлығы, кешеләргә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Уҙған йәй ауылға "Сәләмәтлек поезы" килгәндә лә ул эшен яҡшы ойошторҙо. Ауыл халҡы ике көн буйы табиптарҙан һаулығын тикшертеп бик ҡәнәғәт булып ҡалдылар.

Ағымдағы йылда ул "Башҡортостандың иң яҡшы фельдшеры" конкурсында ҡатнаша. Һәм беҙ ул еңеүселәр иҫәбендә булыр тип ышанабыҙ. Рәйсә Искәндәр ҡыҙына еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ. Артабан да уға кешеләрҙе һөйөндөрөп, уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреп, оҙаҡ йылдар эшләргә насип булһын. Халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетергә яҙһын.

Мәғрифә РАФИҠОВА, пенсионер, Өмөтбай ауылы.

Фото ғаилә альбомынан.

Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас