-7 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
Мероприятия
22 Ноября 2025, 09:25

Уландар - беҙҙең ғорурлыҡ

Беҙҙең Ибраҡай ауылында тик малайҙар ғына тәрбиәләгән 12 ғаилә йәшәй. Бынан тыш, дүрт  уллы ике, өс уллы – дүрт, ике  уллы - 26, бер уллы – 36 ғаилә бар.

Илшат Марат улы һәм Илзидә Зиннур ҡыҙы Насировтар, Руслан Фәрүәз улы һәм Альбина Афзал ҡыҙы Мөхәмәтйәновтар - ауылыбыҙҙың татыу, тырыш йәш ғаиләләренән һанала. Илшат алыҫ Себер тарафтарында, эшләп йөрөй. Ул Стәрлебаш ауыл Советы депутаты. Ауылдың мәҙәни һәм социаль тормошонда бик әүҙем ҡатнашалар, ваҡыт менән иҫәпләшеп тормайынса, ярҙам итергә ынтылалар. Илшат мәҙәни сараларҙың күбеһендә бағыусы була. “Мөғжизәләр яланы” уйыны өсөн Мәскәүҙекенән бер ҙә ҡалышмаған әйләнеп торған барабан эшләп бирҙе, сертификаттар, приздар алып ауылдаштарҙы ҡыуандыра. Ауыл балаларын йыйып “Хазина эҙләйбеҙ” тип аталған квест- уйынды ла бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙе, шулай уҡ бер төркөм балаға, тормошта кәрәк була торған, туристик төйөндәр бәйләргә өйрәтте. Илзидә Зиннур ҡыҙы район китапханаһында эшләй. Балалар өсөн төрлө саралар үткәрә. ИУл да шундай тыныс, мөләйем, итәғәтле. Насировтар өс ул тәрбиәләй. Өлкән улдары Тимур Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы " электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы (тармаҡтар буйынса) Файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» буйынса уҡып йөрөй. Мәктәптә уҡығанда ул йөҙөү буйынса күп кенә район, республика ярыштарында ҡатнаша. Икенселәре Айнур – Первомайский мәктәбендә 8 класта тырышып уҡып йөрөй, Морат – Стәрлебаш башланғыс мәктәбендә 4 класта белем ала. Мәҙәниәт йорто эргәһендә булдырылған “Йәш бөркөттәр” вокал ансамблендә лә шөғөлләнәләр. Насировтар балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә бар көстәрен һалалар. Йәй көнө үҙ ихаталарын таҙа тоторға, үҫеп сыҡҡан бесәнде тиҙ арала сабып алырға, мәҙәниәт йорто, медпункт, китапхана, балалар баҡсаһы урынлашҡан майҙанды үҫеп сыҡҡан сүптән аралап, үҙ сапҡыстары менән сабып бирергә лә өлгөрәләр. Мәҙәни үҙәккә ингән юлдағы сәскәләр ҙә - уларҙың тырышлығы!

Икенсе өлгөлө ғаилә башлығы Руслан Мөхәмәтйәнов (үҙе лә тик малайҙар ғына булған ғаиләлә тәрбиәләнгән) Стәрлетамаҡ районы Николаевка урта мәктәбендә физика, математика, ә ҡатыны Альбина рус  теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта, ә ял көндәрендә ауылға ашығалар. Улар ғаиләләре менән төрлө спорт, мәҙәни ярыштарҙа ҡатнашып торалар, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең Ибраҡай ауылын да онотмайынса ауылдаштарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торалар. Улар дүрт ул тәрбиәләй. Үҙҙәре кеүек, улар ҙа тырыштар: йәй буйына утын бысып, яралар. Шулай уҡ умарта тоталар. Был эште улар күмәкләп башҡара. Өлкән улдары Рушан менән Айтуған Стәрлетамаҡ гимназияһында белем алды. Уларҙың уҡыуҙа һәм спорт ярыштарында алған маҡтау ҡағыҙҙары һәм кубоктары бихисап. Рушан быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе курста уҡый. Айтуған 10 класта уҡый, оҫта итеп шиғыр һөйләй, ауыл мәҙәниәт йортонда алыштырғыһыҙ алып барыусы, Алсын- 6 класс уҡыусыһы, бәләкәстәре Раян – балалар баҡсаһына йөрөй. 2020 йылда республика конкурсы "Етегән"дә ҡатнаштылар.

Ике татыу, дуҫ ғаиләгә – ете ул. Малайҙар барыһы ла бассейнда йөҙөргә, шахмат, баскетбол, футбол уйнарға, ҡыш көнө- саңғыла шыуырға әүәҫтәр. Улдары менән бергә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә улар.

Уллы булыу ― үҙе бер ғорурлыҡ. Улдарыбыҙ гел шулай ғорурлыҡ тойғоһон ғына уятып торһон! Илап-ебеп тормай, егет булып өлгөрөп, типһә тимер өҙөрлөк ир булып үҫһен беҙҙең малайҙар. Беҙгә терәк, илгә кәрәк булһын һәр саҡ улдарыбыҙ! Әсәйҙәрҙең таянысы, ҡыуанысы ул ― улдар.

Илшат менән Илзидәгә, Руслан менән Альбинаға эштәрендә, балаларға- уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалабыҙ! Барлыҡ улдар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе халыҡ- ара улдар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Әнисә МӨХӘМӘТЙӘНОВА. Фотолар ғаилә альбомынан.

Уландар - беҙҙең ғорурлыҡ
Уландар - беҙҙең ғорурлыҡ
Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас