Донъяла ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылған кешеләр бар. Баһауетдинова Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы тап шундай шәхес. Педагогик эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн ул күп тапҡыр Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, юғары - халыҡ уҡытыусыһы исеменә лайыҡ. Уны йыш ҡына уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тип атайҙар. Стәрлебаш биләмә - ара китапханаһының уҡыу залында ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйылған китаптар, һүҙлектәр, методик әсбаптар, гәзит һәм журналдарҙан мәҡәләләрҙең һәр береһенә күпме хеҙмәт һалынған. Һәм улар барыһы ла уның төп эшенән тыш яҙылған. Беҙҙең районда, унан ситтә лә, Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙын уҡытыусы, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең алмаштырғыһыҙ директоры булараҡ беләләр. Ғафури районының төпкөл ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ быларҙың барыһына нисек ирешә һуң?
Миңлехәнә Юлыҡ ауылында Миңлегөл Сәлимгәрәй ҡыҙы менән Ишмөхәмәт Нурмөхәмәт улы Хәлиловтарҙың татыу ғаиләһендә һигеҙ бала араһында етенсеһе булып үҫә. Ата-әсәһе бик тырыш һәм хәстәрлекле була, балаларын да хеҙмәткә өйрәтеп, ныҡышмалы итеп үҫтерә.
- Уларҙың тырышлығы менән беҙ аң-белемгә ынтылдыҡ һәм барыбыҙ ҙа юғары белем алдыҡ. Тормошта миңә һәр ваҡыт баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән яҡшы кешеләр генә осрап торҙо. Ишембай гимназияһында уҡытыусы, тәрбиәсе булып эшләгән класс етәксебеҙ Сәфиуллина Хәлимә Ибраһим ҡыҙына бик рәхмәтлемен, мин унда өлкән кластарҙа уҡыным, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы бала сағы тураһында һөйләгәндә.
Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, гимназияла һәм артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында ул «5» билдәләренә генә уҡый, уҡыуҙа яҡшы өлгәшә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Тап шул ваҡытта уның ойоштороу һәләте асыла. Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы хеҙмәт юлын Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.
- Коллегаларым хәтерләүенсә, Һеҙ мәктәп тарихында сағыу эҙ ҡалдырғанһығыҙ, мауыҡтырғыс саралар үткәргәнһегеҙ, уҡыусыларҙың һәләтле булыуын күреп уларға үҫешергә, талантын асырға ярҙам иткәнһегеҙ, маҡсатлы булырға өйрәткәнһегеҙ, эшһөйәрлек тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең методик әсбаптарығыҙ әле лә эшебеҙҙә ярҙам итә, Һеҙгә бының өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип билдәләне ошо мәктәп директоры Земфира Ҡотлошина.
- Һеҙ абруй ҡаҙанған директор. Һеҙгә, Һеҙҙең командағыҙ тырышлығы менән 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе күп тапҡыр юғары исемдәргә лайыҡ булды. Мәктәп 2004 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» конкурсының төбәк этабында дипломант булды, ә 2005 йылда еңеү яуланы, 2006 йылда коллектив Рәсәй Федерацияһы Президентының миллион һумлыҡ Грантына эйә булды. Һөҙөмтәлә, мәктәптең матди-техник базаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Һеҙ бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән изге традицияларға нигеҙ һалдығыҙ. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Һеҙ, педагогик оҫталыҡ район конкурсы жюри ағзаһы булараҡ иң яҡшы уҡытыусыларҙы билдәләүҙә даими ярҙам итәһегеҙ. Беҙ Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы булыуы менән ғорурланабыҙ, - тип билдәләне мәғариф бүлеге методисы Рысаева Раушания Тәҡиулла ҡыҙы.
БР Мәғариф министрлығы вәкиле Рәхимова Рәмилә Салауат ҡыҙы М.И.Баһауетдинованың ҡаҙаныштары ғәйәт ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙ һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, тип билдәләне һәм Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырып, сәскә гөлләмәһе бүләк итте. Уның элекке коллегалары Ҡадиров Азат Тәлғәт улы, Халиҡова Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы, Ишбулдина Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы, Ишморатова Мөнирә Мансур ҡыҙы, Ефремов Иван Тихонович ярҙам иткәндәре һәм эшләгән йылдарында улар менән уртаҡлашҡан тәжрибәһе өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сараға килгән яҡташтары - Ғафури районы уға иң йылы һәм ихлас теләктәрен белдерҙе. Юлыҡ мәктәбе директоры Ғафарова Эльвира Тимерйән ҡыҙы, Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы, унда ошондай юлдар бар: «Уҡытыусы - белем биреүсе генә түгел, рухыбыҙҙы, аңыбыҙҙы тәрбиәләүсе лә. Иңдәренә ошондай ҙур бурыс алған таланттар араһында яҡташыбыҙ - педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙының булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Һеҙ - нисә быуын мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүсе, изге күңелле уҡытыусы. Үҙегеҙҙең эшләү дәүерендә яҙылған бик күп фәнни статьялар, уҡыу-методик әсбаптар менән йомарт уртаҡлашаһығыҙ, фәнгә тәүге аҙымдарын яһаусыларға методик яҡтан ярҙам күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең китаптарҙы ҡулына алмаған, үҙ эшендә файҙаланмаған уҡытыусы юҡтыр, тиһәм, һис тә хаталанмам. Тыуған ауылығыҙ Юлыҡ, йәмле Еҙем йылғаһы, мәғрүр Мағаш тауы, шул төбәктә йәшәгән кешеләр ҙә Һеҙгә ошондай тауҙай эштәрҙе башҡарырға илһам сығанағы булып торалыр. Беҙ Һеҙҙең менән һоҡланабыҙ һәм хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ! Һеҙгә һаулыҡ - сәләмәтлектә, халыҡ хөрмәтендә бәхетле, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ».
- Күп йылдар Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙын беләм һәм уның тырышлығына, ныҡышмалылығына һәм маҡсатҡа ынтылышына һоҡланам. 2008 йылда Баһауетдиновтар ғаиләһен Өфөгә Мәғарифты үҫтереү институтына эшкә саҡыралар. Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы экспертиза, лицензиялау, аттестация, аккредитация бүлеге мөдире һәм мәғариф менән идара итеү теорияһы һәм практикаһы кафедраһы доценты булып эшләне. 2009 йылда педагогтарҙы аттестациялауҙың яңы тәртибе раҫланғас, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы биш категория педагогтар һәм мәктәпкәсә һәм белем биреү учреждениелары етәкселәре өсөн норматив-хоҡуҡи документтар, методик күрһәтмәләр, ә Башҡортостан уҡытыусылары конкурсында ҡатнашыусылар өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләне. Ул ҙур күләмле эш башҡарҙы. Бындай уҡытыусылар ярҙамында йәш быуынды тәрбиәләү өсөн уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә кәрәк, - тип билдәләне Төбәк Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы - БР «Аҡтирмә» милли мәҙәниәт үҙәге рәйесе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
2011 йылдан алып 2014 йылға тиклем Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Тап шул йылдарҙа ул ун томлыҡ «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»н төҙөүгә һәм редакторлауҙа күп көс һала. Кисәлә философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең тарих һәм әҙәбиәт институты директоры Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы исеменән филология фәндәре докторы Гөлназ Нөрфәйез ҡыҙы һәм филология фәндәре кандидаты Ринат Ғәлимйән улы Йәғәфәровтар Миңлехәнә Баһауетдиноваға һөҙөмтәле һөнәри эшмәкәрлеге, күп томлы һүҙлек төҙөүгә һәм редакторлауҙа тос өлөш индергәне өсөн Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Шулай уҡ «Киске Өфө» гәзите мөхәррире, «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлфиә Янбаева Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына йылы һүҙҙәр әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.
- 2016 йылда был йәмғиәтте булдырғанда, һеҙҙең районда Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙын һайлап, яңылышмайҙар. Беҙ бында йыл һайын йөҙәрләгән кешене йыйған «Бауырһаҡфест», «Иман нуры» кеүек сағыу, иҫ киткес байрамдарҙа булабыҙ. Уларҙың һәр береһендә халыҡтың күңел байлығын, ижади фантазия, мәҙәниәтте, милли үҙаңын, халыҡ рухын күрәбеҙ. Ә Стәрлебаш Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән ниндәй мөнәжәттәр әйтелмәне! Бындай халыҡ байрамдары киләсәктә лә дауам итер, тип ышанабыҙ, - тигән һүҙҙәр менән сығыш яһап Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙының тормош иптәше, оҙаҡ йылдар беҙҙең районда һәм Өфөлә төрлө етәксе вазифаларҙа эшләүсе Нурфәйез Муса улы уның өсөн терәк-таяныс, ярҙамсы була. Улар бер бөтөн кеүек булалар. Бер-береһен илһамландыра, ярҙам итә, хуплай, ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлай. Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына ҡәҙерле кешеһен юғалтыу ҡайғыһын кисерергә ғаиләһе, эше, туғандары ярҙам итә. Был матур кисәлә ҡәйенһеңлеләре һәм уларҙың ҡыҙҙары сығыш яһаны. Әйрткәндәй, уларҙың барыһы ла: Маһинур Хөбөтдинова, Кәримә Хоҙайбирҙина, Әнисә Мөхәмәтйәнова, Фирүзә Иҫәнсурина, Гөлшат Хоҙайбирҙина, уҡытыусылар. Журналист, «Ашҡаҙар» радиоһының мөхәррире һәм алып барыусыһы, БР атҡаҙанған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинова хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм шәхси архивынан видеояҙма тәҡдим итте.
Артабан сығыш яһаусылар Сөмбөл Рәжәпова, Флүрә менән Әнүәр Зәбировтар Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына китаптарын баҫтырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе. Шағир Фәүҡәт Ҡотлошин Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына арнап шиғырын уҡып ишеттерҙе, район башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Рәйфә Ғәлиева һәм Ләйсән Моратова иң изге теләктәрен еткерҙе. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Флүрә Арыҫланғолова, Рөстәм Ғәлиев һәм Гөлфизә Хәйруллина, шулай уҡ Зөлхизә Әсәҙуллина сараны матур, моңло йырҙары менән биҙәне. Артабан йәнле аралашыу сәй табынын артында дауам итте.
... Әгәр ҙә кемгәлер тормош юлында булмышы менән уҡытыусы, остаз, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам иткән кеше осраһа был ҙур бәхет. Ул һиңә юл күрһәтеүсе, юғары бейеклектәргә әйҙәүсе. Был көндө сараға йыйылыусылар Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына аҡыллы кәңәштәре, баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, тормош һабаҡтары биргәне, ярҙам иткәне өсөн рәхмәтен еткерҙе, уның ярҙамы менән һәр кем уңышҡа ирешкән.
Читайте нас в https://max.ru/stbrodniki