+1 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Наша история
19 Мая 2021, 09:05

ӘГӘР ҘӘ ҺУҒЫШ БУЛМАҺА...

76 йыл беҙ аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ. Әммә Бөйөк Ватан һуғышының күпме ҡайғы килтергәнен күптәр хәтерләй. Был турала Ибраҡай ауылынан Зөбәйҙә апай Нәзированың хәтирәләре.

Атаһы Заһиҙулла Сабит улы Нәзиров 1907 йылдың 15 авгусында Яңы Ҡалҡаш ауылында тыуа. Маҡсатлы һәм тырыш егет мәктәптән һуң Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла нефтсе һөнәре буйынса белем алғас, тыуған яғына ҡайтып, Ишембай ҡалаһында быраулаусы булып эшкә урынлаша. Ял көндәрендә тыуған ауылына йыш ҡайтып йөрөй. Тап шундай бер кистә ул күрше Ибраҡай ауылы ҡыҙы Шәмсиямал менән таныша ла инде. Оҙаҡ уйлап тормайынса, йәштәр өйләнешә һәм туйҙан һуң Ишембай ҡалаһында йәшәй башлай. Ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп улдары Фәйзулла менән ҡыҙҙары Зөбәйҙә тыуа. Матур ғына донъя көтөп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бронь алырға мөмкинлеге булһа ла, Заһиҙулла фронтҡа китергә ҡарар итә. 1941 йылда ҡатынын, улын, ҡыҙын Ибраҡай ауылына алып ҡайта, сөнки унда Әлифә апаһы йәшәгән була. Уларға йәшәргә бәләкәй генә өй ҙә һатып ала.
- Һуғыш тамамланғас та беҙ Ишембайға кире ҡайтырбыҙ, ә әлегә ошонда йәшәп тороғоҙ. Миңә лә, һеҙгә лә тынысыраҡ булыр тип уйлайым. Туғандарым һеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, - ти ул һәм ғаиләһе менән хушлаша. Хушлашыу мәңгелеккә була. Ошо китеүенән кире әйләнеп ҡайтмай. Күп тә үтмәй, хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡайғылы хәбәре генә килә. Зөбәйҙә ул саҡта бәләкәй генә булһа ла, йөрәктәрҙе әрнеткән ваҡиғалар бөгөнгөләй хәтерендә.
Был хәл 1943 йылдың мартында була. Ул саҡта Зөбәйҙә бәләкәй була һәм атаһы ни өсөн хаттарын Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында йәшәгән һеңлеһе Латифа Аҡсулпановаға яҙғанын аңламай. Бер нисә йылдан һуң ғына уларҙы һәм аталарының берҙән-бер фотоһын ул Зөбәйҙә апайға тапшыра. Унда Заһиҙулла (һүрәттә) икенсе рәттә уңда тора, ә алда Юламанов Ғимран менән Харисов Мөхәмәт ултыра, фотоһүрәттең артына шулай яҙылған. Кемдәр улар һәм ҡайҙан - уныһы билдәһеҙ.
1943 йылда улар атаһын ғына түгел, ағаһы Фәйзулланы ла юғалта. Ауылда ангина ауырыуынан күп кеше ҡырыла. Зөбәйҙәнең ағаһы ла, ҡапыл сирләп китеп, мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
- Әсәйем бик бөтөрөндө был ҡайғынан. Ашарға-аҙыҡ, өҫкә кейергә кейем юҡ. Ауыр тормошта интегеп көн күрҙек һуғыш йылдарында. Бер көн әсәйем дә ауырып китте. Телдән яҙҙы. Һикелә тын ғына ятты. Мин дә уға һыйынып ҡына эргәһендә ятам.
Әсәйемдең Заһиҙулла исемле ағаһы хеҙмәт армияһынан ҡайтҡайны. Ҡатыны Әлифә (әйткәндәй, атайымдың апаһы) менән беҙгә килеп хәл белешеп, беҙгә ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп йөрөнөләр. Бер көн ул беҙгә килеп инде лә, мине күтәреп, үҙҙәренә алып китте. Әсәйемдән айырылып тороп өйрәнмәгәнлектән, ҡысҡырып илайым, - тип яҙмышында уңалмаҫ яра ҡалдырып етем булып ҡалған көндө иҫләне Зөбәйҙә апай.
Заһиҙулла бабаһы менән Әлифә әбейе бәләкәй Зөбәйҙәне алдаштырып, яратып - иркәләп сәй эсерә. Ләкин ҡыҙ әсәһенә атлығып тик тора. Сәй янынан тороу менән үҙҙәре йәшәгән өйгә табан йүгерә. Бер барғанында, ҡаушап ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙар, әбей - бабайҙар йыйылып киткән. Тәҙрәнән үрелеп өй эсенә баға. Әсәһен һикегә һуҙып һалғандар. Мендәрҙәрҙе лә һике өҫтөнә теҙгәндәр. Шул саҡ кемдер әсәһен һуңғы тапҡыр күрә бит, инһен, тип ҡыҙҙы етәкләп өйгә индерә. Зөбәйҙәнең йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй була. Һуңғы тапҡыр тинеләр, тимәк, әсәйем үлгән... Ҡыҙҙың күҙҙәренән йәш аға. Хәҙер уның атаһы ла, әсәһе лә, ағаһы ла юҡ. Уға ҡурҡыныс булып китә. Ул бөтөнләй яңғыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар мәрхүмәне йыуындырғансы Зөбәйҙә ғәзиз кешеһенең баш осонда ултыра.
- Зыяратҡа ат арбаһына һалып алып киттеләр. Урамды сыҡҡансы арбаға ултырып барҙым, - тип хәтерләй шул мәлде. Шулай итеп биш йәшендә ул ата-әсәһеҙ тороп ҡала. Бынан һуң ҡыҙҙы Заһиҙулла ағаһының ғаиләһе үҙҙәренә ала.
- Уларҙың Тимербай исемле бер генә улдары бар ине. Мине ҡыҙҙары кеүек яҡын күреп ҡаранылар. Әлифә әбейем әйткәндәрен тыңлап, бер һүҙенән дә сыҡмай уҫтем. Бабайым хеҙмәт армияһынан имгәнеп ҡайтҡайны, 1954 йылда вафат булды.
Зөбәйҙә әсәһен һағынып илай-илай төндәр үткәрә. Әммә әҙәм балаһы ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, түҙә икән. Зөбәйҙә лә бар күңелен хеҙмәткә бағышлай. Әрнеүҙәрен эш менән баҫа. 7-се класты тамамлау менән колхозда быҙау ҡарарға сыға.
- Быҙау ҡараусыларға мейескә яғыр өсөн ваҡ һалам алырға рөхсәт итәләр ине. Өйгә үҙемдән аҙ булһа ла файҙам тейгәненә сикһеҙ ҡыуанғайным. Артабан һарыҡ бәрәстәре ҡараным, һыйыр һауҙым. Әхирәттәрем менән йырлашып эшкә барабыҙ, йырлашып ҡайтабыҙ. Арыу-талыу һис үҙен белдермәне, - тип дауам итте хәтирәләрен әңгәмәсем.
Етем булғаны өсөн Зөбәйҙәгә айына 5 һум пособие түләйҙәр. Ләкин бер ваҡыт ул 4 һумға әйләнә. Әлифә әбейе Зөбәйҙәне алып, район үҙәгенә китә. 14 йәше тулғас, балалар йортона бирһәгеҙ, пособие артасаҡ, тиҙәр уларға. «Балалар йорто» һүҙен ишетеп, ситкә сығып өйрәнмәгән Зөбәйҙәнең ҡото оса. Рус телен дә белмәйем, ауылдан сығып йөрөгәнем юҡ, фермала ғына эшләйем, тип үҙенең фекерен белдерә. Әлифә әбейе лә ҡаршы төшмәй.
- Һуңынан кейәүгә сығып, балалар үҫтергәс, балалар йортона китергә булған, тип уйланған саҡтарым аҙ булманы. Бәлки, артабан уҡып, һөнәр алыр инем. Тормош арбаһы бөтөнләй башҡа юлдан тәгәрәр ине. Ғүмер буйы ауыр эштә бил бөкмәҫ инем. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Шулай яҙғандыр инде, күрәһең. Мине тәрбиәләп ҡараған Әлифә әбейемә ҙур рәхмәтлемен. Ул 87 йыл ғүмер кисереп, минең ҡулымда донъя ҡуйҙы.
Эйе, Зөбәйҙә апайға тормошта бик күпте күрергә тура килә. Ғүмер буйына «Стәрле» колхозында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн райондың һәм хужалыҡтың байтаҡ Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Утыҙ йылдан ашыу Коммунистар партияһы сафында була. Уны бер нисә йыл рәттән ауыл Советы һәм район Советы депутаты итеп һайлайҙар. «Хеҙмәт ветераны» исеме менән ул хаҡлы ялға сыға. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә.
Ул йыш ҡына үҙенең ауыр бала сағын иҫкә төшөрә, һәм: «Әгәр ҙә һуғыш балмаһа, беҙ ата-әсәйҙәребеҙ менән бәхетле һәм татыу йәшәр инек» тип ҡуя. Эйе, бик күп ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үткән бер нисә быуын был һүҙҙәр менән тулыһынса килешә.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: