+1 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Наша история
19 Мая 2021, 10:00

Тарихи ҡомартҡылар

«Экспедиция материалдары - 2017: Стәрлебаш районы» китабына Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан беҙҙең райондың халыҡ ижады өлгөләренән йыйылған мәҡәләләр тупланған. Унда Табылды ауылынан Ғаяз Дауытов, Фәүҡәт Вахитовтарҙың шиғырҙары ҙур ғына урын алып тора. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Фәүҡәт Янғол улы Вахитовтың «Истым»поэмаһын тәҡдим итәбеҙ.Истым - ҡушаматы, ысын исеме Исмәғил. Поэмала һөйләнелгән хәл 1845-1850 йыларҙа Табылды ауылында булған ваҡиға. Насир исемле бабай һөйләгәндәрҙән 1947 йылда Фәүҡәт Вахитов яҙып алған.

Ярлылыҡта үҫкән Истым
Байҙар өсөн бик ҡулай.
Ауыл сите түбән оста
Кескенә өй ултыра.
Тол әсәһе менән шунда
Йәш егет Истым тора.
Ғәйрәтле егет Истымдың
Бер бәләкәй аты бар.
Ҡаршыһындағы баҡсала
Ҙур түгел ҡураһы бар.
Истым үҙе зифа буйлы,
Арыҫландай йөрәкле,
Дошман башын көл итерҙәй,
Йыуан, көслө беләкле.
Оҙон, ҡара тар ҡаштары,
Сөм муйылдай күҙҙәре.
Бешкән ҡыҙыл алма кеүек
Уның нурлы йөҙҙәре.
Сыңғырап китә саф һауа,
Яңғырап китә туғай,
Урманды ла ярып үтә -
Ул ана шулай йырлай.
Аҡ ҡайындар башын эйә,
Тирәктәр болғай толом.
Хайран ҡалалар халыҡтар,
Тыңлап Истымдың моңон.
Ҡыҙҙарҙың йөрәге ирей,
Ул тултырып ҡараһа.
-Йәнекәйем! - тип әйтке килә,
Батыр көлөп ҡараһа,
һауалағы ҡарсығаға
Кем һоҡланып ҡарамаҫ.
Шундай батыр, матур егет
Ниндәй ҡыҙға ярамаҫ.
- Истым бәһлеүән! - тигән дан
Тирә-яҡҡа таралған.
Уның ҡайнар йөрәгендә
Сафия урын алған.
Ул Табылды йөҙөк ҡашы,
Камалетдин һеңлеһе.
Уның матурлығын күрмәҫ
Ҡайһы ауыл егете.
Иҙел ҡамышылай буйы,
Тулы ай кеүек йөҙө.
Зәңгәр күктәге йондоҙҙай
Йымылдай ике күҙе.
Бөҙрә, оҙон толомдары
Иңдәренә ишелә.
Атлағанда тәңкәләре
Сылтырауы ишетелә.
Күҙ нуры ала сулпыһы,
Ҡулбашы аша һалһа.
Башына шәлен ябынһа,
Сәскәләй булып ҡала.
Сафия күңелен биләгән
Истым баһадир ғына.
Уйы, дәрте, мөхәббәте
Гелән Истымда ғына.
Ҡарамалыҡтың буйында
Аға шишмәнең һыуы.
Истым һөйгән ҡыҙын көтә
Һәр төн, иртән, таң буйы.
Ул ошо шишмәнән атын
Йырлай-йырлай эсерә.
Моңло йырҙы ишетеп
Сафия һыуға килә.
Һылыуы көйләп килгәнгә
Тарҡала уй-хистәре.
Урғылып сыҡҡандай итә
Йәш егеттең көстәре.
Йәш ҡыҙ күнәктәре менән
Һыуҙы тултырып ала.
Истым йөрәк серен һөйләп,
Йырлап оҙатып ҡала.
Тәҙрәмде асып ҡуям
Йәй көндәре йәмлегә.
Ал сәсәгем, һандуғасым,
Һөйәм һине мәңгегә.
Болондағы ал сәсәкте
Алып ҡуйҙым түшеңә.
Былбыл кеүек һин көнөмдә,
Аҡҡош кеүек төшөмдә.
Ал-ҡыҙыл ебәк күлдәгең
Ҡышын да, йәйендә лә.
Һинең өсөн, зәңгәр күҙем,
Ҡыҙғанмам йәнемде лә.
Туй
Сафияның үҫмер юлы
Көндән-көн артта ҡалды.
Бына ҡыҙҙы яусылап
Ете ят хәбәр һалды,
Һылыуҡайҙың үҙ атаһы,
Һөйгән ҡыҙы буй еткәс,
Ризалыҡ бирҙе бирергә
Сәпәй байға көҙ еткәс.
Ауылдаштар ашҡыналар,
Туй етеүен көтәләр.
Улар ике байҙың туйы
Шәп үтеүен беләләр.
Сэпәйҙәме? Барыһы бар:
Бура тулы игене,
Балы, майы һәм ҡымыҙы,
Баҙы тулы түгелме?!
Иҫәпһеҙ уның байлығы,
Һарай тулы малдары,
Икһәң осорға торалар
Арғымаҡтай аттары.
Ҡош та осоп керә алмай,
Йорто, ҡураһы шундай.
Көтә туйҙы, түҙә алмай,
Йөрәге төндә дулай,
Көткән кесаҙна етте,
Бөгөн туйға киләләр.
Ана, ҡоҙалар, ҡоҙасалар Пap аттарҙа еләләр.
Балын, ашын, ҡалым тейәп
Ҡыҙ йортона керҙеләр.
Ҡоҙа аттарын ярһытып
Йәш малайҙар елделәр.
Туйлы йорттоң тирәһенә
Ҡомалаҡ ныҡ аңҡыны.
Әсе бал эскән Сәпәйҙең
Ҡарт йөрәге заңҡыны.
Силәктәр бушаған һайын
Ҡунаҡтар ҙа ҡыҙалар.
Йыр, бейеү гөрләп тора,
Күп, ахыры, ҡоҙалар.
Башҡорт бейеү көйҙәренә
Берәү ҡурайын һуҙа,
Кейәү! Килен! Туй хаҡына,
Йә, бер баҫ әле, ҡоҙа!
Сулпы, ҡашмау, елән, камзул
Ҡоҙағый кейгәндәре.
Аҙна буйына һуҙылды
Йырлап-бейегендәре.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар туйҙа
Күңел асып йөрөйҙәр.
Өйҙә яңғыҙ ҡыҙ баланың
Зар илауын күрмәйҙәр.
«Атай-әсәй, бер йыл ғына
Аҫыраһағыҙсы мине.
-Ҡыҙыбыҙ йәш! - тиеп туйҙы,
Ҡайтарһағыҙсы ине.
Сәпәй байға ҡатынлыҡҡа
Һис ризалыҡ юҡ минән.
Нисек ғүмер үткәрермен
Мөхәббәтһеҙ ир менән?»
Һөйгән егетен күрергә
Таба алмай бер яй ҙа.
Күршегә һыуға барғанда
(Еңгәләре оҙатып бара),
Китә алмай бер ҡайҙа.
Һөйгән егете Истымды
Нисек кенә күрергә?
Ябылғансы һуңғы һүҙен
Теләгәнен әйтергә:
«Хуш бул инде, йән һөйгәнем,
Онота алмам һине.
Ят ҡулында һинән башҡа
Нисек йәшәрмен инде?»
Фәүҡәт ВАХИТОВ.
( Дауамы бар.)
Читайте нас: