+18 °С
Ясно
ОКВК
Все новости
Наши солдаты
19 Мая 2021, 11:00

ВЕТЕРАНДАР

Ветерандар, йылдар үткән һайынҺирәгәйә һеҙҙең аралар.Күбегеҙҙе гүр эйәһе иттеҺуғыштарҙа алған яралар.Ветерандар, һеҙҙең ҡыйыулыҡтарҠаяларҙан бейек ғорурлыҡ.Һеҙҙе данлап ҡаяларҙан бейекБөтәгеҙгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.Сал сәс, һыңар аяҡ-ҡулдар, йөйҙәр,Маңлай һыры, тәндә яралар.Беҙҙең тыныс тормош өсөн һеҙгәҺалынған бит ошо тамғалар.Ҡыҙҙар һөйөр саҡта ерен ҡосоЯтып ҡалды башы меңдәрҙең.Егет һөйөр саҡта һылыу ҡыҙҙарҺыҡтанылар, ҡосоп мендәрен.Тыл хеҙмәте, аслыҡ һеҙҙең өлөш,Тол ҡатындар, ҡыҙҙар, малайҙар.Йылдар үтте... ҡыҙҙар хәҙер әбей,Ә малайҙар инде бабайҙар.Һеҙҙең алда килә баш эйәһем,Иң олоһо һеҙгә хөрмәттең.Ҡабат һуғыш ветераны түгел,Ветераны булһын хеҙмәттең.Таш бәғерҙәр ветерандың һаманАңлап етмәй әле аһ-зарын.Ерҙә барған ыҙғыш ветерандыңҺыҙлатып та ала яраһын.Башҡортостан илем, һин тынысһың,Тыныс булсы һин дә, Рәсәй.Йөрәккәйем туҡтар кеүек инеҠырҡ берҙе әйтһә өләсәй.Башҡортостан, һиңә күңел тыныс,Шулай булһын мәңге, илаһым.Иҫән ветеранға шатмын,ә үлгәндеИҫкә алһам, килә илағым.Ветерандар, һеҙҙе хөрмәт итеп,Күрәйек һуң ниндәй саралар.Оҙон ғүмер һеҙгә, бер үк кенәҺыҙламаһын һеҙҙең яралар!Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.

Ветерандар, йылдар үткән һайын
Һирәгәйә һеҙҙең аралар.
Күбегеҙҙе гүр эйәһе итте
Һуғыштарҙа алған яралар.
Ветерандар, һеҙҙең ҡыйыулыҡтар
Ҡаяларҙан бейек ғорурлыҡ.
Һеҙҙе данлап ҡаяларҙан бейек
Бөтәгеҙгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Сал сәс, һыңар аяҡ-ҡулдар, йөйҙәр,
Маңлай һыры, тәндә яралар.
Беҙҙең тыныс тормош өсөн һеҙгә
Һалынған бит ошо тамғалар.
Ҡыҙҙар һөйөр саҡта ерен ҡосо
Ятып ҡалды башы меңдәрҙең.
Егет һөйөр саҡта һылыу ҡыҙҙар
Һыҡтанылар, ҡосоп мендәрен.
Тыл хеҙмәте, аслыҡ һеҙҙең өлөш,
Тол ҡатындар, ҡыҙҙар, малайҙар.
Йылдар үтте... ҡыҙҙар хәҙер әбей,
Ә малайҙар инде бабайҙар.
Һеҙҙең алда килә баш эйәһем,
Иң олоһо һеҙгә хөрмәттең.
Ҡабат һуғыш ветераны түгел,
Ветераны булһын хеҙмәттең.
Таш бәғерҙәр ветерандың һаман
Аңлап етмәй әле аһ-зарын.
Ерҙә барған ыҙғыш ветерандың
Һыҙлатып та ала яраһын.
Башҡортостан илем, һин тынысһың,
Тыныс булсы һин дә, Рәсәй.
Йөрәккәйем туҡтар кеүек ине
Ҡырҡ берҙе әйтһә өләсәй.
Башҡортостан, һиңә күңел тыныс,
Шулай булһын мәңге, илаһым.
Иҫән ветеранға шатмын,ә үлгәнде
Иҫкә алһам, килә илағым.
Ветерандар, һеҙҙе хөрмәт итеп,
Күрәйек һуң ниндәй саралар.
Оҙон ғүмер һеҙгә, бер үк кенә
Һыҙламаһын һеҙҙең яралар!
Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Читайте нас: