+1 °С
Снег
ОКВК
Все новости
Новости
23 Сентября 2021, 17:00

Ҡабатланмаҫ шәхестәрҙең йәшәү рәүеше - бәхет нигеҙе

Нәсимә Әхмәтованың исеме район халҡына яҡшы таныш. Бар ғүмерен балаларға аң-белем өләшеүгә бағышлаған уҡытыусы ижад менән дә шөғөлләнә, шиғырҙар яҙа. Нәсимә Абдрахман ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеүгә лә күп иғтибар бүлә.

Ҡабатланмаҫ шәхестәрҙең йәшәү рәүеше - бәхет нигеҙе
Ҡабатланмаҫ шәхестәрҙең йәшәү рәүеше - бәхет нигеҙе

Айҙарәле ауылында тыуып-үҫеп, оҙаҡ йылдар Ҡарағошта йәшәй һәм ошо ауылдар тарихын өйрәнеп, байтаҡ мәҡәләләр туплап, бер нисә китап нәшер итте. «Карагош кичергән давыллар», «Якты язмышлы якташым» исемле китаптарын халыҡ бик яратып ҡабул итте. Күп йылдар буйына йыйған иҫтәлектәр, төрлө сығанаҡтарҙан алған мәҡәләләрҙе туплап, былтыр, 2020 йылда, ул «Үткәннәрне барлыйм тарих төпкеленнән, халык күңеленнән» исеме менән донъяға бик күп шәхестәр биргән нәҫел тураһында китабын баҫтырып сығарҙы.
Китапҡа рецензия яҙған Башҡорт дәүләт университеты доценты Рәүеф Иҙрисов билдәләүенсә, «Әҙәби мемуарға яҡын торған, йәиһә шуның бер төрөнә ҡараған был хеҙмәт йәшәйештең бик күп яҡтарын һәм ҙур тарихи ваҡытты үҙ эсенә һыйҙырған.
Автор затлы нәҫелдәр ҡанын үҙендә йөрөткән, мәғрифәтле Стәрлебаш еренең бәрәкәтле тупрағында тыуып-үҫкән кеше булараҡ, үҙ төбәгендәге милләттәштәренең йәшәйеш рәүешен, менталитетын асып һала, үҙ нәҫеленең ҡырыҫ тарих һынауҙарын үтеүен энәһенән ебенә тиклем тикшерә. Тарихи ваҡиғалар, ғаилә хәлдәре, көндәлек мәшәҡәттәр - барыһы бергә йыйылып, халыҡтың йәшәйеш энциклопедияһын бирә. Бында ике ҡатлам йәшәйеш һүрәтләнә: татар халҡының тарихи фонында Рәмиевтар нәҫеленең яҙмышы ентекләп барлана. Күп тармаҡлы был ырыуҙың үткәне һәм бөгөнгөһөндә, бер тамсы һыуҙа диңгеҙ сағылғандай, туған халҡының һуңғы ике быуаттағы яҙмышы һүрәтләнә. Тамыры таҙа, ныҡ, тәрән нәҫелде бер ниндәй тарихи афәт-һәләкәттәр һәм зилзиләләрҙең йыға алмауы, йәшәүҙең барыбер еңеүе һәм халыҡтың үлемһеҙлеген раҫлау идеяһы китаптың бар пафосын билдәләй».
Автор китапҡа үҙен белә башлағандан алып күңелендә уйылып ҡалған иҫтәлектәрҙе яҙып, бала саҡтағы хәтирәләре аша шул заманға хас халыҡтың тормошон сағылдыра. Ырыу-нәҫелдәренең һәр береһе хаҡында белгән-күргәндәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, улар тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша. Бында бигерәк тә Туҡай, Сәлим ахун, Рәмиевтар, Мифтахетдин Аҡмулла, Муса Йәлил тураһында яҙмаларҙы тарихи мәғлүмәттәргә таянып, уларҙың бөйөклөгөн, туған ерҙәренә, халҡына тоғро булыуҙарын дәлилләй. Баҡһаң, Стәрлебаш мәҙрәсәһе авторҙың ата-бабаларының яҙмышында ла сағылыш таба. Бындай бөйөк шәхестәр быуатҡа бер генә тыуа. Шуға ла улар ҡабатланмаҫ шәхестәр. Уларҙың кешелек сифаттары һынауҙарҙа нығый барып, үҙенән һуңғы быуындар өсөн йәшәү рәүешенә әйләнгән. Һынау үткән кеше йәшәү мәғәнәһен дә тәрән аңлай. Мохтажлыҡ күрмәгән кеше яҡшының ҡәҙерен белмәй һәм йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланмай. Тап ошо фекерҙе һәр ғаиләлә, мәктәптә балаларға аңлатыу кәрәк. Донъя имгәге булып түгел, ә тормош йәме булып йәшәргә яралтҡан Аллаһ Тәғәлә һәр кемде. Шулай йәшәүҙән тора бәхет, тип иҫәпләй автор.
Ҡулына был китап ингән һәр кешенең автор менән фекерҙәш булмауына шик юҡ. Ул шәжәрә-нәҫелде барлап, тарих төпкөлөнән бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тулыландырып һүрәтләй. Шәжәрә, нигеҙҙә, ир-ат тоҡомдарына ғына нигеҙләнеп төҙөлә. Был осраҡта Нәсимә Абдрахман ҡыҙы шәжәрәлә тулыһынса бөтә нәҫел-нәсәбен күрһәтә. Шәжәрә 1221 йылда тыуған Мирғәлиҙән башлана. Ул тарихта билдәле шәхес, рус батшаһында тәржемәсе булып эшләгән, алты сит ил телен белгән. Автор 800 йыл дауамында үҙенең нәҫел нәсәбен барлап, Аҡмулла, Дәрдмәнд, Сәғит Рәмиев һәм Муса Йәлилдең, шулай уҡ үҙенең дә атаһының әсәһе яғынан ҡәрҙәш булыуын иҫбатлай. Уйлап ҡараһаң, был бик күп эҙләнеү, ваҡыт һәм ихтыяр көсө талап итә. Әгәр ҙә һеҙ ошо тарихи шәхестәрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, Нәсимә Әхмәтованың китабын алып уҡырға кәңәш итәбеҙ. Һис шикһеҙ, китап һеҙгә лә оҡшар, тип уйлайбыҙ.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: