+1 °С
Ясно
ОКВК
Все новости
Новости
28 Декабря 2023, 12:40

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Һарайҫа ауылы  Рәмил Миңлегәрәй улы hәм Зәриә Әбҡәҙир ҡыҙы ИҪӘНҒУЖИНДАРҒА Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеләребеҙ - яратҡан атайыбыҙ, әсәйебеҙ, хәстәрлекле олатай, өләсәйебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙең хаҡта ниндәй һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр һымаҡ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, һеҙҙең фатихағыҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Бөгөнгө көндә лә һеҙ ҡорған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ. Ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, татлы ризыҡтар, тәмле аш-һыу менән һыйлап ҡыуандыраһығыҙ! Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Ошо матур байрамығыҙҙа һеҙгә барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын, һөйөүен тойоп, беҙҙе һөйөндөрөп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ! Бүләгебеҙ – изге теләктәр, Риза булып ҡабул итегеҙ. Сәләмәтлек менән именлектә Тигеҙ оҙон ғүмер итегеҙ. Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ Тормош юлдарыбыҙ күгендә. Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып Тораһығыҙ күңел түрендә. Ҡотлау менан улығыҙ Айнур, ҡыҙҙарығыҙ Юлиә, Гөлиә, киленегеҙ Глүзә, кейәүҙәрегеҙ Алик, Рөстәм, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Искәндәр, Алтынай, Аиша.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Һарайҫа ауылы

(949) Рәмил Миңлегәрәй улы hәм Зәриә Әбҡәҙир ҡыҙы ИҪӘНҒУЖИНДАРҒА

Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеләребеҙ - яратҡан атайыбыҙ, әсәйебеҙ, хәстәрлекле олатай, өләсәйебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙең хаҡта ниндәй һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр һымаҡ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, һеҙҙең фатихағыҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Бөгөнгө көндә лә һеҙ ҡорған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ. Ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, татлы ризыҡтар, тәмле аш-һыу менән һыйлап ҡыуандыраһығыҙ! Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Ошо матур байрамығыҙҙа һеҙгә барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын, һөйөүен тойоп, беҙҙе һөйөндөрөп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ!

Бүләгебеҙ – изге теләктәр,

Риза булып ҡабул итегеҙ.

Сәләмәтлек менән именлектә

Тигеҙ оҙон ғүмер итегеҙ.

Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ

Тормош юлдарыбыҙ күгендә.

Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып

Тораһығыҙ күңел түрендә.

Ҡотлау менан улығыҙ Айнур, ҡыҙҙарығыҙ Юлиә, Гөлиә, киленегеҙ Глүзә, кейәүҙәрегеҙ Алик, Рөстәм, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Искәндәр, Алтынай, Аиша.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: