+24 °С
Дождь
ВКОК
Образование
22 Января 2025, 04:20

Шаршамбы көн фазиләте

Хәйерле иртә, дуҫтар!Бөгөн 22 ғинуар. Мосолман календары буйынса ла рәжәб айының 22-се көнө, шаршамбы.

Шаршамбы көн фазиләтеШаршамбы көн фазиләте
Шаршамбы көн фазиләте


✅Халҡыбыҙҙа борондан ҡалған ырым-ышаныуҙар күп. Уларҙың күбеһе тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Аҙна көндәренә бәйле ышаныуҙар тураһындағы бер риүәйәттә яҙылғанса, шаршамбы көн бына нисек фаразлана.
Пәйғәмбәрҙән шаршамбы тураһында һорағандар. Ул: «Был көндә бәхетһеҙлектәр була», – тигән. Шаршамбыла ғәскәре менән Фирғәүен диңгеҙгә батырыла, Сәлих пәйғәмбәрҙең халыҡтары юҡҡа сығарыла.
Шаршамбыла тырнаҡ ҡырҡырға ҡушылмай.‼ Проказа ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тиелгән. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, был көндө ауырыуҙар янына барырға бик кәңәш ителмәй. Шаршамбыла өйлә менән икенде араһында ҡылынған доға мотлаҡ бойомға аша. 🤲Был ваҡытта пәйғәмбәребеҙҙең үҙе менән һуғышырға йыйынған ҡәүемдәргә ҡаршы ҡылған доғаһы ҡабул булған. Тағы ла шулай тиелгән: был көндә башланған эш мотлаҡ аҙағына етәсәк, эшләнеп бөтәсәк. Шуға ла, шаршамбыла фәндәр өйрәнеү, яңы китап башлау кәңәш ителә.
Көнөгөҙ уңышлы үтһен, мосолман ҡәрҙәштәр!‼

Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас