+9 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Память
12 Апреля 2021, 12:00

Иҫкә алайыҡ!

Ошо көндәрҙә ҡәҙерлебеҙ Фәйзуллина Зөлфиә Нәбиулла ҡыҙының арабыҙҙа булмауына 19 йыл булды.

Күңел әрней, йөрәк һыҙлана. Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡлана. Ул итәғәтле, эшһөйәр, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше ине. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Мәрхүмәне белеүселәрҙең уны беҙҙең менән тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Ун туғыҙ йыл...
Аҡҡан һыуҙар, уҙған йылдар
Юйып барһа ла ҡайғы әсеһен...
Йөҙәреңде, Әсәй, онота алмайым,
Һин һаман да миндә йәшәйһең.
Ҡояш кеүек көләс йөҙҙәреңде
Эҙләй һаман минең күҙҙәрем.
Йомшаҡ ҡына йылы устарыңды
Һағыналар көслө иңдәрем.
Кешеләргә һәр саҡ ихлас инең,
Күптәр һине һағынып иҫләйҙәр.
Бала саҡта әйткән кәңәштәрең
Күңелдән һаман китмәйҙәр.
Биш балаға атай инде хәҙер,
Арыҫланым оло ғорурлығым.
Атай иңдәренә ҙур терәк.
Эльвина, Алтынайым, Әминәм
Шулар тип яна был йөрәк.
Кескәйенә Зөлфиә тип ҡуштым,
Әсәй һинең исемде.
Һиңә оҡшатып һөйәм үҙекәйен,
Ул хас та бына һинең шикелле.
Рәхмәт, Әсәйем, ғүмер бүләк иттең!
Булмаһаң да үҙең янымда,
Һинең хаҡта яҡты хәтирәләр
Илһам бирә беҙгә йәшәргә.
Улдары Әлфәрит, Айнур, Дамир һәм уларҙың балалары.
Салауат - Шишмә - Покачи - Нижневартовск.
Читайте нас: