+17 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Полезно
7 Июня 2021, 09:20

Яңы айҙы күргәс әйтелә торған ғәмәлдәр

Йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдең билдәле бер ҡағиҙәләр үтәлеүен талап итә. Кешенең ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ошо ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Яңы айҙы күргәс әйтелә торған ғәмәл дә булған.

Кем дә кем Мөхәррәм айының яңы айын күрһә, һыуға ҡараһын.
Кем дә кем Сәфәр айының яңы айын күрһә, устарына ҡараһын.
Кем дә кем Рабиғел - әүүәл айының яңы айын күрһә, алтын әйбергә ҡараһын.
Кем дә кем Рабиғел - ахыр айының яңы айын күрһә, бер изге күңелле кешегә ҡараһын.
Кем дә кем Йомадиәл - әүүәл айының яңы айын күрһә, бер ҡиммәтле ризыҡҡа ҡараһын.
Кем дә кем Йомадиәл - ахыр айының яңы айын күрһә, күккә ҡараһын.
Кем дә кем Рәжәб айының яңы айын күрһә, Ҡөрьән-Кәримгә ҡараһын.
Кем дә кем Шәғбан айының яңы айын күрһә, көмөш әйбергә ҡараһын.
Кем дә кем Рамаҙан айының яңы айын күрһә, изге күңелле, күркәм холоҡло кешенең йөҙөнә ҡараһын.
Кем дә кем Шәүүәл айының яңы айын күрһә, үҙенең күкрәгенә ҡарап, «Әләм нәшрах ләкә садраҡ» («Әл-Инширах») сүрәһен уҡыһын.
Кем дә кем Зөлҡағиҙә айының яңы айын күрһә, гөнаһһыҙ бер сабый йөҙөнә ҡараһын.
Кем дә кем Зөлхизә айының яңы айын күрһә, йәки көмөш әйбергә, йәки ынйыға ҡараһын, «Әләм нәшрах ләкә садраҡ» сүрәһен уҡыһын. Хыялына килмәҫ муллыҡҡа файҙа һәм дәрәжә килер, Иншаллаһ»
Мосолман календарынан.
Читайте нас: