Һарайҫа ауылы
ӘХМӘҘИЕВ Ишбирҙе Ишбулды улына
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ғүмереңдең гүзәл байрамында күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Ғүмерең һинең оҙон булһын,
Имен булһын донъяң-йортоң,
Һис ваҡытта һүрелмәһен ине
Усағыңда янған утың.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Рима, ҡыҙҙарың Гүзәл, Гөлдәр, улың Камил, кейәүҙәрең Радис, Айнур, киленең Гүзәлиә, ейәнсәрҙәрең Илсиә, Камилла, Әминә, ейәндәрең Ильяс, Таһир.