+9 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Поздравляем от души!
24 Марта 2023, 09:20

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

НАРИМАНОВА (ХӨББӨТДИНОВА) Динә Әбдрәхим ҡыҙына

Ибраҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Федоровка районы Юрматы ауылында йәшәүсе һеңлебеҙ, апайыбыҙ, әбейебеҙзе күркәм юбилейы - 65 йәше менән ҡотлайбыҙ! Динә! Һиңә донъялағы иң - иң яҡшы теләктәр: һаулығың ныҡлы, ғаилә бәхетең тулы булһын, балаларың ауырымаһын, ейән - ейәнсәрҙәрең тупылдашып тыуып торһон. Динә Әбдрәхим ҡыҙы юбилейға буш ҡул менән килмәгән: 40 йылға яҡын педагогик стаж, маҡтаулы исемдәр, йөҙләгән рәхмәтле уҡыусылар һөйөүе... Кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Наил Ярулла улы менән матур донъя ҡороп, бер тигән ике ул үҫтереп, гөрләп торған баҡса, мөңрәп торған һарай тулы мал тотоп дан итеп йәшәйҙәр, хаҡлы рәүештә ауылдаштарының хөрмәтен тойоп донъя көтәләр. Һеҙгә алдағы ғүмер юлын да ошолай матур итеп дауам итеүегеҙҙе, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Динә!

Килеп еткән күркәм юбилейҙы

Матур итеп байрам итәбеҙ.

Шундай сабыр, түҙемле һәм тоғро,

Төплө аҡыллы, алсаҡ Динәбеҙ!

Сибәр йөҙө, матур йылмайыуы,

Магнит кеүек тарта үҙенә,

Шуғалыр ҙа кейәү, еҙнәбеҙ,

Ҡарап ҡына тора үҙенә.

Беҙҙән теләк -  гел шулай йәш бул,

Тик шатлыҡтан көлһөн күҙҙәрең.

Парлы тигеҙ ғүмер, ныҡлы һаулыҡ,

Һәр саҡ балҡып торһон күҙҙәрең.

Ҡотлау менән  апайҙарың Мөнирә, Гөлнур, ағайың Хәлләф, еңгәң Маһинур, ҡустыларың Өлфәт, Инсаф, килендәрең Ғәлиә,  Земфира, балаларыбыҙ.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: