Ҡәҙерле ҡыҙым, һөйөклө тормош иптәшем, һеңлем, әсәйебеҙ һәм өләсәйебеҙҙе алтын юбилейы менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырып, ҡәҙерлебеҙ һайлаған һөнәренә тоғро булып, әле лә мәктәптә эшләй. Ике тиҫтә йылдан ашыу дауамында балаларға белем биреп, уларға тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтә. Аҡыллы, һөйкөмлө кешебеҙ ғаиләһенән дә уңды. Тормош иптәше менән 30 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп матур ғүмер кисереүҙәре - ынйы туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Улар бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, балаларына һәр яҡлап ярҙам итәләр. Киләсәктә лә йөҙөгөҙ һәр ваҡыт ҡояштай нурлы, бәхетле, йылмайыуҙан балҡып торһон. Иҫәнлектә-һаулыҡта, ҡорған донъяларығыҙҙың, үҫтергән балаларығыҙҙың игелеген, бәхеттәрен күреп йәшәргә насип итһен.
Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ,
Тормош юлдарыбыҙ күгендә.
Иң ҡәҙерле кешелеребеҙ һеҙ
Беҙҙең күңелдәребеҙ түрендә.
Изге теләктәр менән әсәйең, Фәнил ағайың, иптәшең Әлфәрит, улың Алгиз, киленең Зөлфиә, ҡыҙың Азалия, ейәнсәрең Камила.