+28 °С
Облачно
ВКОК
Поздравляем от души!
7 Сентября 2023, 10:55

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Стәрлебаш ауылынан  ҠОТЛОШИНА Роза Фәрит ҡыҙына

Ихлас ҡотлайбыҙ!Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе ихлас күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә теләктәрҙең изгеһен, ғүмерҙең оҙонон, ныҡлы иҫәнлек, бәхет, ҡыуаныслы көндәр, йән тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә яҡындарыңдың, балаларыңдың, ейән - ейәнсәрҙәреңдең ихтирамын һәм игелеген күреп, йылы ҡараштарын тойоп, бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Ҡотло булһын юбилейың,
Гөл-сәскәләй үтһен һәр көнөң.
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әғләм, ҡыҙың Альбина, кейәүең Филүс, ейәнсәрҙәрең Анжела, Элиза, ейәнең Айрат.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас