+28 °С
Облачно
ВКОК
Поздравляем от души!
10 Сентября 2023, 04:00

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡуғанаҡбаш ауылынан Нәзирова Тәнзилә Хажиәхмәт ҡыҙына!

Ихлас ҡотлайбыҙ!Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

 

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әсәйебеҙгә 74 йәш тула. Тыуған көнө менән ҡотлап, уға йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Әлбиттә, иң беренсе теләгебеҙ - ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел бөтөнлөгө; балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына ҡыуанып, уларҙың хәстәрен тойоп, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Әсәйебеҙ ҙур, алты балалалы ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән  уҡыуға әүәҫ булған ҡыҙ, үҫкәс Уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Балаларҙы, эшен ярата, бар күңелен биреп эшләй. Тормош булғас, гел бер төрлө генә булмай бит, ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, һынатмай, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыға белде. Әсәйебеҙ көслө рухлы, аҡыллы, ҙур йөрәкле кеше. Беҙ һинең алдыңда мәңге бурыслы, Әсәй! Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәтлебеҙ!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙың, кейәүең, ейәндәрең.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас