

Һәр кемдең күңел календарында көтөп алған, кемдәрҙер өсөн ябай булған көндө байрамдай ҡабул иткән даталар була. Беҙҙең өсөн дә 10 ноябрь - тап шундай байрам. Сөнки был көн беҙҙең яратҡан Нәсимә еңгәбеҙҙең тыуған көнө! Малайҙар араһында үҫкән ҡыҙҙар, ғәҙәттә, иркәрәк, наҙлыраҡ була. Сөнки ағайҙар янында улар арҡалы, терәкле, ҡурсаулы. Әммә Нәсимә еңгәбеҙ бик тә уңған, көслө ихтыярлы ҡыҙ булып сыҡты. Сибәрлегенән бигерәк, баҫалҡы холҡо менән яраттырҙы ул үҙен. Беҙҙең араға килеп ҡатышыуы менән бар туғандарҙың ихтирамын яуланы ул. Ҡасан килеп инһәң дә, йөҙө яҡты, табыны мул, күңеле киң! Үҙенә генә хас сабырлыҡ менән тыңлай, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Ҡайтҡаныңда, күстәнәстәрен тейәп, оҙатып ҡала. Һис ниндәй яһалмалыҡ юҡ: шундай ихлас ул беҙҙең еңгәбеҙ!
Ағайыбыҙ Тимур Фәүҡәт улы менән ҡорған донъялары - ожмахтың бер бәләкәй утрауылыр: иртә яҙҙан көҙгәсә сәскәләр араһында был йорт! Баҡсала йәшелсәнең, емеш-еләктең ниндәйе генә үҫмәй! Күрәһең, Күктәге Ғали йәнәптәренең "Бер уңғанға - бер уңған!" - тип яңылышып киткәнендә тура килгәндер был икәү! Шулай бер - берегеҙгә генә түгел, беҙҙең барсабыҙға терәк булып, йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле, ҡәҙерлеләребеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йәшәү дәрте теләйбеҙ һеҙгә! Юбилейың айҡанлы ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул ит, хөрмәтле еңгәбеҙ!…
Иң изге теләктәр менән Фәүҡәт Янғол улының һәм Мәҙинә Янғол ҡыҙының барлыҡ балалары: Тайғоновтар, Вахитовтар, Ғәфиәтуллиндар, Кантюковтар, Баһауетдиновтар.