+28 °С
Облачно
ВКОК
Поздравляем от души!
14 Декабря 2023, 06:30

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Түбәнге Аллағыуат ауылынан ҠОЛҺАРИНА Әлфинә Ғатаулла ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ - һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй һүҙҙәр әйтһәң дә, аҙ булыр һымаҡ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың менән ҡаршы алғаныңа сикһеҙ бәхетлебеҙ! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙҙең һәм яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын, һөйөүен тойоп, беҙҙе һөйөндөрөп, йортобоҙҙың яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, атайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ!
Рәхмәт, әсәй, беҙгә ғүмер бирҙең,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең.
Йөрәк йылың ҡушып барыбыҙға,
Йәшәр өсөн, ныҡлы көс бирҙең.
Тыуған көнөң, ҡотло булһын, әсәй.
Юбилейың, үтһен күңелле.
Балаларың бөгөн һине ҡотлай.
Ошо үҙе бәхет түгелме?
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәфүр, ҡыҙҙарың Алина, Әлфинур, кейәүең Илнур, ейәнсәрҙәрең Аделина, Эмилия.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас