+28 °С
Облачно
ВКОК
Поздравляем от души!
14 Декабря 2023, 06:30

Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!

ҠОЛҺАРИНА Әлфинә Ғатаулла ҡыҙына

Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле һеңлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ул ғаиләбеҙҙә ете бала араһында иң кесеһе. Һалҡын айҙа тыуыуына ҡарамаҫтан ул йомшаҡ күңелле, абруйлы, иғтибарлы, өлгөлө һәм туған йәнле кеше. Бәләкәйҙән уңған, тырыш һәм игелекле булып үҫте. Мәктәптә тырышып уҡып, һөнәр алды һәм тыуған ауылда эш башланы. Ата-әсәйебеҙҙең ышаныслы ярҙамсыһы булды. Үҙенең тырышлығы менән уңыштарға иреште, халыҡ ихтирамын яуланы. Әлеге көндө ауыл хакимиәтендә яуаплы вазифа үтәй. Ата-әсәйебеҙ яҡты донъяларҙа юҡ, әммә һеңлебеҙҙең ғаиләһе һәр кемде ҡолас йәйеп ҡаршы ала, уларҙың ишектәре беҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. Балаларына хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле өләсәй ҙә ул. Ҡәҙерлебеҙгә киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, яуаплы эшендә уңыштар, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ.
Һалҡын ҡыштың нурлы көндәрендә
Йәм өҫтәргә ергә тыуғанһың.
Әл дә әле ергә тыуғанһың,
Бөтәбеҙгә терәк булғанһың.
Һин булғанға беҙ бәхетле ерҙә,
Һинең ҡулда беҙҙең яҙмыштар,
Оҙон-оҙаҡ шат-бәхетле йәшә,
Юлдаш булһын бары уңыштар.
Ҡотло булһын күркәм юбилейың,
Яҡындарың булһын яныңда.
Тик йылмайыу булһын шат йөҙөңдә,
Йәшәү дәрте булһын ҡаныңда.
Тыуған көнөң менән тәбрикләйбеҙ,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың исеменән апайың Вәсилә, еҙнәң Хәмит, туғаның Тимур.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас