Ҡәҙерле туғаныбыҙҙы, ағайыбыҙҙы матур юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Һинең тормошоңдо тырыш, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған ҡаҙаныштар, ҡаҡшамаҫ абруй, ихтыяр көсө биҙәй. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны һәр саҡ аҙағына еткергән, ныҡлы рухлы, тәүәккәл яҡыныбыҙ - барыбыҙ өсөн дә ҙур үрнәк. Һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыр, алтын кәңәштәрен биреп, яңы үрҙәргә ҡанат ҡуйыр туған йәнле, оло йөрәкле кеше ул. Киләсәктә лә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, бергә-бергә йәшәргә яҙһын. Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, уңыштар теләйбеҙ.
Типһәң әле тимер өҙөрлөкһөң,
Баҫһаң әле - баҡыр иҙерлек!
Ғүмер юлың үтһен бәхет менән,
Хәүеф-хәтәр килмәһен берүк!
Иң изге теләктәр менән Әһлиуллиндар, Кинйәбулатовтар, Тойғоновтар, Чиликиндар, Шараповтар.