+6 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Поздравляем от души!
26 Февраля , 09:00

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Табылды ауылында йәшәүсе   ВАХИТОВА Әлмира Ғәтиәт ҡыҙына

Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле кешебеҙ 23 февралдә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне! Ошо айҡанлы уны ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Берҙән - бер Барыйына тоғро ҡатын, йәндәй күргән балаларына ҡәҙерле әсәй, килен - кейәүҙәренә абруйлы ҡәйнә, ҡәйнеш - ҡәйенһеңлеләренә хөрмәтле еңгә ул. Аллағыуат ауылында тыуып - үҫеп, педагогия училищеһы, институт тамамлағандан һуң Табылды мәктәбендә нисә быуын балаларға төплө белем биргән Әлмира Ғәтиәт ҡыҙы!  "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" исемен алыуы - уның күп йыллыҡ хеҙмәтенә лайыҡлы баһа. Уҡыусыларының рәхмәтен ишетеп, ата-әсәләренең ихтирамын тойоп, инде 44 йыл ошо ауылда ғүмер итә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.

Асыҡ йөҙлө, киң күңелле кеше ул Әлмира Ғәтиәт ҡыҙы! Өй эсе тулы гөлдәр, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, ике яҡ туғандарҙы ла берҙәй тиң күреп йәшәй Вахитовтар. Уларҙың өйөндә һәр саҡ ут яна, бала - саға тауышы өҙөлмәй. Ҡасан килеп инмә, өйҙә тәмле еҫтәр аңҡый, өҫтәл тулы мул ризыҡ. Сөнки был йортта тик Әлмира Ғәтиәт ҡыҙының ғына хакимлыҡ иткән дәүләте - кухняһы тантана итә. Ул унда батшабикә лә, хеҙмәткәр ҙә! Күңел йылыһын һалып, йырлай- йырлай бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ!  Һәр кемгә күстәнәсе, йылы һүҙе етә. Бына шундай ул беҙҙең яҡыныбыҙ. Бөгөнгө юбилейыңда әйтелгән йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр түгелмәй - сәселмәй генә барып етеп, матур тормошоңдо биҙәһен, күңелеңде яҡтыртһын ине!

Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләп, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Стәрлебашта йәшәүсе барлыҡ туғандарың.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: