+3 °С
Дождь
ОКВК
Все новости

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һарайҫа ауылында йәшәүсе   МӘҮЛЕТОВА Зәйтүнә Алтынтимер ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!


Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе ысын күңелдән 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һинең оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең - беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың, һаман да беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген, ҡәҙер - хөрмәтен күреп, ихтирамын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын барлыҡ теләгең.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Флүрә, кейәүең Сәғәҙәт, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Фәнүр, улың Азамат, киленең Гөлшат, ейән - ейәнсәрҙәрең.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: