Ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Донъялағы барлыҡ яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, һаулыҡтан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, яҡындарыңдың, балаларыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, ҡәҙер - хөрмәттә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң -
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул әлегесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Альбина, Алина, Рәсимә, кейәүҙәрең Ильяс, Рөстәм, ейәнсәрҙәрең Камила, Наҙгөл, Карина, Яҙгөл, Диана, ейәнең Морат.