-3 °С
Облачно
ВКОК
Все новости

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ибраҡай ауылынан ХӨБӨТДИНОВА Земфира Миҙхәт ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

Бөгөн, 25 ноябрҙә,  ҡәҙерле киленебеҙ Земфира Миҙхәт ҡыҙының матур юбилейы - уға 55 йәш тула. Уны тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы һаулыҡ, Инсаф туғаныбыҙ менән бәхетле парлы ғүмер, балалар һәм ейән- ейәнсәрҙәр шатлығы. Киленебеҙ эшкә уңған, бик егәрле, һәр ергә өлгөрә, кешелекле, ярҙамсыл. Оҙаҡ йылдар дауамында ауылда хат ташыусы булып маҡталып эшләй, ауыл халҡы уны намыҫлы хеҙмәте өсөн хөрмәт итә, ярҙамы өсөн рәхмәт әйтә.

Килен! Гел әлегеләй йәш күңелле, матур булып ҡал!

Урам буйлап, шәп-шәп атлап,

Кем икән ул, килеүсе?

Был, әлбиттә, беҙҙең килен-

Хат- хәбәр килтереүсе.

Өйҙә - уңған хужабикә,

Клубта - йырсы, бейеүсе,

Туғандарҙы бергә туплап,

Ойоштороп йөрөүсе!

Һиңә һаулыҡтың иң нығы,

Шатлыҡтың иң-иң ҙуры,

Йөҙҙәреңдә йылмайыуҙан

Балҡыһын ҡояш нуры!

Ҡотлау менән апайҙарың Мөнирә, Гөлнур, Динә, еҙнәң Наил, еңгәләрең Маһинур, Ғәлиә, ҡайнағаларың Хәлләф, Өлфәт.

Өфө - Стәрлетамаҡ- Юрматы -Иҫке Ҡалҡаш.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: