Ошо көндәрҙә яратҡан кейәүебеҙ һәм еҙнәбеҙ Кинйәбулатов Венир Мәүлийәр улы 65 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Әмир ауылында Рәмзиә һәм Мәүлийәр Кинйәбулатовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә ул. Бәләкәйҙән тырыш малай ата-әсәһенә ярҙамсы, ә туғандарына өлгөлө ағай була. Мәҡсүт ауылы һылыуы Нурия Закир ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында донъя көтәләр. Венир Мәүлийәр улы өс тиҫтә йылдан ашыу газ хеҙмәткәре, Нурия Закир ҡыҙы урындағы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. Күркәм йорт һалып, матур итеп донъя көтәләр. Өс ҡыҙ үҫтереп, уларға белем биреп, туйҙар үткәрәләр. Хәҙер улар биш ейән һәм ике ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй. Уларҙың ишектәре туғандарына, яҡындарына һәм дуҫтарына һәр ваҡыт асыҡ. Икеһе лә дин юлына баҫып, биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмайҙар, йыш ҡына туғандарын йыйып Ҡөрьән аштары үткәрәләр. Венир Мәүлийәр улы Мәккәгә барып хаж ҡылып ҡайтты. Ошо матур юбилейы менән ҡотлап, уға киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, үҫтергән балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына күреп, иман нурҙары таратып, бәхетле, Нурия Закир ҡыҙы менән парлы ғүмер кисерергә яҙһын тип теләйбеҙ.
Насип булһын артабан да йәшәү
Ғаилә бәхетенә йыуанып,
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был донъяның татып, ҡыуанып.
Яуланасаҡ ғүмер үрҙәреңдең
Бейегерәк булһын һәр бере.
Бар булмышың менән һөйөндөрөп,
Йәшә ерҙә, йәшә әле һин!
Иң изге теләктәр менән Йәүҙәт һәм Йәмил Әһлиуллиндар, Фәниә Тойғоноваларҙың ғаиләләре.