-6 °С
Снег
Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе, хөрмәтле атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы күркәм 85 йәшлек юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстарға тулы көндәр, именлек теләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп лайыҡлы ғүмер юлы үттегеҙ. Һеҙ беҙҙең терәк - таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, һеҙ булғанда бәхетебеҙ тулы, һеҙҙең фатиха менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Киләсәктә лә йән тыныслығында, бер - берегеҙгә терәк - таяныс булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүләләрегеҙҙең изгелектәрен, игелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, уларҙың уңыштарына шатланып матур ғүмер миҙгелдәре кисереп йәшәргә яҙһын. Һеҙгә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.