Хөрмәтле коллегабыҙ, хеҙмәт ветераны Фәнүзә Ғәлимйән ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Донъянан йәм табып, үҫтергән балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән бергә-бергә именлектә, бәхеттә, йән тыныслығында йәшәгеҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен Һеҙҙең ғүмерегеҙ.
Изге теләктәр менән «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһы коллективы.