-6 °С
Снег
ВКОК80 лет Победы
Все новости
Поздравляем от души!
7 Августа 2025, 10:30

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡабыҡҡыуыш ауылында ғүмер итеүсе ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА Гөлсирә Абдулла ҡыҙына

Бар донъя йәмләнеп, йәшеллеккә төрөнөп, ҡояш йылмайып нурҙарын һибеп, сәскә атҡан йәй миҙгелендә  әсәйебеҙ Гөлсирә Абдулла ҡыҙы  Ҡабыҡҡыуыш ауылында донъяға килә. Бала саҡтан эшләп, тормош мәшәҡәттәренә сумып, ҡаршылыҡтарға бирешмәйсә йәшәргә тура килә. Әсәйебеҙ бик уңған, тырыш, егәрле, изге күңелле. Беҙгә хәстәрлекле әсәй, ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй ҙә ул. Бөхтәлекте яратҡан әсәйебеҙ өй тирәләй төрлө - төрлө, матур гөлдәр, сәскәләр, йәшелсә - емеш үҫтерергә ярата. Хәҙер инде әсәйебеҙ хаҡлы ялда. Ул балаларыбыҙ тип өҙөлөп тора. Һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша. Беҙҙе нурлы өйҙә йылы итеп ҡаршы ала. Һәр ваҡыт әсәйебеҙ өҫтәл тулы ризыҡ, тәмле - майлы ҡоймаҡтарын бешереп, мунсаларын яғып ҡуя. Әсәй йортона беҙ ашҡынып, һағынып ҡайтабыҙ, сөнки көтөр кешебеҙ ҡәҙерлебеҙ бар. Донъябыҙға йәм өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, сабыр, холоҡло, оло йөрәкле әсәйебеҙ Һөйәрембәтова Гөлсирә Абдулла ҡыҙының ғүмер  байрамы - 75 йәшлек күркәм юбилейы. Ҡәҙерлебеҙ һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ. Һиңә йөрәк түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын, көндәрҙең иң сағыуын, күңел тыныслығы, тыныс,оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ейәнсәрҙәреңде, бүлә - бүләсәләреңде яратып йәшәргә насип итһен. Рәхмәт, Әсәй! Яҡшы кеше итеп беҙҙе һөйөп үҫтерҙең. Үрнәк булып тормош юлыбыҙҙа йәшәү өсөн беҙгә көс бирҙең. Ейәнсәрҙәре Юлиә, Лилиә, Алина өләсәләре менән бергәләп серләшәләр, сөкөрләшеп сәй эсәләр, баҡсаға һыу һибергә ярҙамлашалар. Хәҙер бәләкәс бүләһе Сабит та ҡушыла, өләсәләре уларҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән өҙөлөп көтөп ала. Күңелеңдәге йән йылыңдың нурын һүндермәйсә, һүрелтмәйсә, балаларыңа, ейәнсәрҙәреңә, бүлә бүләсәләреңә йәшәү сығанағы булып , терәк булырға яҙһын. Йортобоҙҙоң йәме, яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың  йыуанысы булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә булһын.

Әсәй!Бөгөн һинең оло байрамың

Бүләк итәйек әле күңелдәге хистәр бәйләмен.

Киң күнелең, мәрхәмәтле йәнең,

Барыбыҙға етә йылыһы,

Киләсәктә көтөп торһон

Әсәй, һине һаулыҡ,шатлыҡтарҙың ҙурыһы

Тыуған йортҡа юлдар кителмәһен

Өмөттәрҙе Хоҙай өҙмәһен.

Беҙ теләйбеҙ һиңә ҡояш ғүмере

Ҡояш кеүек һиндә, бер генә.

Әсәй, тип өндәшер кешең булғас,

Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.

Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,

Һине ҡотлап тыуған көнөңдә,

Изгелектәр генә тәбрик итә

Фәрештәләр һинең иңеңдә.

Йәшәү маяғы һин беҙҙең өсөн,

Кешелегең менән үрнәк һин

Мең - мең рәхмәт кәңәштәреңә.

Беҙҙең өсөн кәрәк һин.

Ҡотло булһын Әсәй, тыуған көнөң

Оҙаҡ йәшә, иҫән бул,

Яныбыҙҙа һин булғанда ғына

Табып була ошо бәхетте.

Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Филүзә, кейәүең Рәил, улың Булат, киленең Айгөл, ейәнсәрҙәрең Юлиә - Салауат, Лилиә - Рәмил, Алина, бүләң Сабит.

Салауат ҡалаһы.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас