Ҡәҙерле һәм яратҡан кешебеҙҙе 60 йәшлек юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Оло йәнле, намыҫлы, ғәҙел, тырыш, ярҙамсыл беҙҙең өсөн һәр ваҡыт һәр яҡлап өлгө булған атайыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә әсәйебеҙ менән иңгә – иң терәп именлектә, йән тыныслығында, һау- сәләмәт булып оҙаҡ йылдар ғумер итегеҙ. Ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы – хәсрәт күрмәй, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һаҡлап, яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп ,ҡәҙер хөрмәттә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ һеҙ булғанға бәхетле. Аллаһы Тәғәлә ошо бәхеттән айырмаһын!
Тыуған көнөң менән
Тауҙай ҡотлауҙар ҡабул ит
Алтын алтмыш йәшеңдә
Бәхет, һаулыҡ, уңыш менән
Йәшә киләсәгеңдә.
Яныңда уңған иптәшең,
Бейеп, йырлап тороусы
Бергәләшеп, етәкләшеп
Матур донья ҡороусы.
Ҡояш нурын һибеп торһон
Хоҙай бирһен бәхетен.
Яҙмыш һеҙгә белеп биргән
Уңышлы тау «тәхетен».
Балаларың да йәшәһен,
Бәхеттә һәм шатлыҡта,
Изгелектәрен күрергә,
Яҙһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Ҡартайырға иртә әле,
Алда оҙон йылдар бар,
Был матур яҡты доньяла,
Үтелмәгән юлдар бар. (Мөхәмәтшина Ғәзимә)
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең.