Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ағайыбыҙ һәм туғаныбыҙға бөгөн 60 йәш тула. Биш бала араһында ул икенсеһе. Бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр булып үҫте. Ауылда урта мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡты. Артабан ҡалала заводта эшләне. Резида еңгә менән ғаилә ҡорғас, ауылға ҡайтып төпләнделәр. Матур өй һалып ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән апайың Глүзә, һеңлеләрең Әнүзә, Әнисә, ҡустың Юрис һәм уларҙың ғаиләләре.