Ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙҙы ихлас күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һөйөклөбөҙ! Һин күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ. Һин киң күңелле, сабыр, беҙҙең өсөн үрнәк, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, яҡындарыңдың игелеген, ихтирамын тойоп, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың, ейән - ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, мул тормошта ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юбилейың – оло байрамың.
Ҡабул итһен беҙҙән ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Ғүмерҙәрең булһын бәхетле,
Бәхеттәрең булһын ғүмерле.
Ерҙә булған бөтә яҡшылыҡты,
Бирһен Хоҙай һиңә был көндө.
Иң изге теләктәр менән балаларың Лидия - Юлай, Рәмил - Регина, ейән - ейәнсәрҙәрең Лилиә, Юлиза, Аяна, Рауил, ҡоҙағыйҙарың Зәйтүнә, Әлмира.