Ҡәҙерле улыбыҙ, ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡәйнешебеҙҙе күркәм юбилейы - 45 йәше, Динара киленебеҙ, еңгәбеҙ менән бергә тигеҙ ғүмер кисергән фарфор туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә иң изге, иң яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Илдар Ғаяз улы Һөйәрембәтовтар ғаиләһендә өсөнсө малай булып донъяға килә. Ата-әсәһе өс улына ла матур тәрбиә биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, ныҡышмалы итеп үҫтерҙе. Илдар Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбен тамамлап, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ауыл мәктәбенә эшкә ҡайта. 2006 йылда бергә уҡыған Динара Рәфҡәт ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, атай йортона килен итеп алып ҡайта, ун йыл улар ата-әсәһе менән татыу итеп бергә йәшәй. Ата-әсәһе кеүек өс малай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Йәштәр урамында ата-әсәһе ярҙамы менән ҙур, күркәм йорт төҙөнөләр. Һыйыр, күп итеп ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереп, матур итеп йәшәйҙәр. Илдар мәктәп директоры, ә Динара сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләй. Малайҙар үҫә, өлкән улдары Әлмир Стәрлетамаҡ гимназияһында 10 класта, икенсеһе Алмаз 7 класта, кесе улдары Илмир ауылда 3 класта уҡый. Малайҙары яҡшы уҡый, ата-әсәләренә лә ярҙам итә, мал, ҡош-ҡорт ҡараша. Илдар ир-атҡа тейешле бөтә эштәрҙе лә лайыҡлы атҡара. Өй һалды, ағастар ултыртты, балалар үҫтерҙе. Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт. Динара киленебеҙ уңған, хәстәрлекле әсәй, аш-һыуға ла оҫта, өйҙә һәр ваҡыт тәмле ризыҡтар еҫе аңҡып тора. Йыл һайын атаһы, әсәһе, әруахтар рухына Ҡөрьән аяттары уҡыталар. Артабан да шулай бер-берегеҙгә кәрәк - терәк булып, балаларығыҙҙың уңыштарын, шатлыҡтарын уртаҡлашып, атай-әсәйҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп, ағай-энеләр, дуҫ-иптәштәрегеҙ менән татыу итеп йәшәргә яҙһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен. Юбилейың айҡанлы ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул ит.
Күркәм байрамдарығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ.
Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен,
Ҡабул булһын бар теләктәрегеҙ.
Иң изге теләктәр менән атайың Ғаяз, әсәйең Мәфтуха һәм барлыҡ туғандарығыҙ исеменән еңгәгеҙ Фәрзәнә.