+7 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Здравоохранение
2 Января 2022, 09:30

Саф һауала йөрөү - сәләмәтлеккә бер аҙым

Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигән әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәр бөгөнгө тормошобоҙҙа ла көнүҙәк. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә «Скандинавса йөрөү» популярлаша бара. 

Саф һауала йөрөү - сәләмәтлеккә бер аҙым
Саф һауала йөрөү - сәләмәтлеккә бер аҙым

Саф һауала йөрөү, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, һәр йәштәге кеше өсөн бик файҙалы. Ауыл халҡы ла быны хәҙер инҡар итмәй. Мәҫәлән, Ҡабыҡҡыуышта сәләмәт тормош рәүеше алып барған байтаҡ кешеләр көн дә тиерлек саңғы таяҡтары тотоп, урамға сыға. Ямғырсылар ҙа әлеге матур ҡышҡы көндәрҙе файҙалы үткәрергә тырыша. Ауылдаштары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башланғысын хуплап, ошондай  сараларҙа ҡатнаша.  

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: