+17 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
9 мая-День Победы
22 Декабря 2022, 15:27

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы ВАХИТОВ Радмир Мөхтәр улына Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы - 60 йәше менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Радмир Мөхтәр улы изге йөрәкле, сабыр, кешелекле, ярҙамсыл, ғәҙел, көслө рухлы кеше. Арымай-талмай "эшем", "ғаиләм" тип янып-көйөп йәшәй. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да еренә еткереп башҡара. Ошо сифаттары өсөн уны ауылда ла, районда ла хөрмәт итәләр. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һинең менән ғорурланабыҙ! Һин беҙгә һәр ваҡыт оло терәк, таяныс, һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы! Киләһе көндәреңдә тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта әсәйебеҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә! Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә, Яҡты нурҙар һибеп донъяға. Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ Һин иҫән-һау ғына булғанда! Изге теләктәр менән тормош иптәшең Флүрә, балаларың Таһир-Ғәлиә, Зифа-Радмир, Айнур, Ләйсән, Тимерхан, Шәүрә.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы

ВАХИТОВ Радмир Мөхтәр улына

Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы - 60 йәше менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Радмир Мөхтәр улы изге йөрәкле, сабыр, кешелекле, ярҙамсыл, ғәҙел, көслө рухлы кеше. Арымай-талмай "эшем", "ғаиләм" тип янып-көйөп йәшәй. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да еренә еткереп башҡара. Ошо сифаттары өсөн уны ауылда ла, районда ла хөрмәт итәләр.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һинең менән ғорурланабыҙ! Һин беҙгә һәр ваҡыт оло терәк, таяныс, һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы! Киләһе көндәреңдә тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта әсәйебеҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,

Яҡты нурҙар һибеп донъяға.

Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ

Һин иҫән-һау ғына булғанда!

Изге теләктәр менән тормош иптәшең Флүрә, балаларың Таһир-Ғәлиә, Зифа-Радмир, Айнур, Ләйсән, Тимерхан, Шәүрә.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: