

Мостафа ауылы
(505) САЛИШОВА Фәнирә Ғәфүр ҡыҙына
Ҡәҙерлебеҙҙе ысын күңелдән 50 йәшлек юбилейы уңайынан ҡотлайбыҙ! Һин беҙҙең өсөн иң яҡын, изге күңелле, тырыш, уңған, тормошҡа йәм биреүсе кешебеҙ. Әлеге көндәрҙә ҡулға-ҡул тотоношоп, 30 йыл бергә Рәмил Рамазан улы менән өс ул үҫтереп, ауылдың өлгөлө ғаиләһе булып йәшәйҙәр. Хәҙер ул һөйөклө әсәй генә түгел, ике ейәненә яғымлы өләсәй ҙә. Һин әсәйең, туғандарың, яҡындарың өсөн ҙур терәк һәм ғорурлыҡ.
Һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы иҫәнлек, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Яҡты көндөң һәр иртәһе
Килһен һиңә шатлыҡ - нур булып.
Ҡайғы-хәсрәт урап уҙһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Һин булғанда беҙҙең тормош матур
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Райхана, бер туғандарың: Фәнил-Ирина, Эльбрус-Гөлнара, Ильвера-Айрат, Рәсилә-Фидәил һәм уларҙың балалары.